Дим буйҙары
-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Март , 09:41

Республиканың бер ауылында ҡотороу сире буйынса карантин индергәндәр

Тейешле указға Радий Хәбиров ҡул ҡуйған.

Республиканың бер ауылында ҡотороу сире буйынса карантин индергәндәр
Республиканың бер ауылында ҡотороу сире буйынса карантин индергәндәр

Документтан күренеүенсә, Ленин урамындағы шәхси  хужалыҡ территорияһы эпизоотик усаҡ булып танылған. Ҡолмәт ауылының барлыҡ территорияһы имен булмаған пункт итеп билдәләнгән.

Эпизоотик биләмәлә ауыру малдарҙы дауалау, сит кешеләргә барыу, малдарҙы керетеү һәм сығарыу, үлгәнмалдарҙың тиреһен алыу тыйыла.

Ауылда барлыҡ һиҙгер малдарҙың ҡотороуына ҡаршы вакцинация үткәреләсәк, һау-сәламәт мал-тыуарҙы айырым тотоуға күсерәсәктәр. Республиканың ветеринария буйынса дәүләт комитетына ауырыуҙың килеп сығыу сәбәптәрен һәм сығанаҡтарын асыҡлау йөкмәтелде.

Был указдың үтәлешен контролдә тотоу БР ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахмановҡа йөкмәтелде.

Чыганак: bashinform.ru

Республиканың бер ауылында ҡотороу сире буйынса карантин индергәндәр
Республиканың бер ауылында ҡотороу сире буйынса карантин индергәндәр
Автор:
Читайте нас