Дим буйҙары
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Март , 18:51

Тиҙҙән оҙайлы ялдар башлана

Башҡортостан мәғариф министрлығында яҙғы каникул даталарын атанылар    

Тиҙҙән оҙайлы ялдар башлана
Тиҙҙән оҙайлы ялдар башлана

Быйылғы уҡыу йылындағы иң оҙон сирек 27 мартта тамамланасаҡ.

Башҡортостан Мәғариф министрлығы башлығы Илдар Мәүлетбирҙин яҙғы каникул тураһында белдерҙе.
- 28 марттан уҡыусыларҙы яҙғы каникулдар көтә, ул 5 апрелгә ҡәҙәр дауам итәсәк, – тип һөйләне министр.
Министр билдәләп үтеүенсә, ҡалған уҡыу аҙнаһында клас етәкселәренә балалар менән һыу буйындағы, ҡар ирегән ваҡыттағы хәүефһеҙлек, шулай уҡ юл ҡағиҙәләрен үтәү тураһында һөйләшергә кәңәш ителә.
– Ата- әсәләргә элеккечә үк балаларын каникул ваҡытында эш менән тәьмин итергә, шулай уҡ башланғыс клас уҡыусыларын өйҙә яңғыҙ ҡалдырмаҫҡа кәңәш итәбеҙ, - тип мөрәжәғәт итә ул ата-әсәләргә. - Туғыҙ көнлөк каникул балалар һәм ата-аналар өсөн ысын яҙғы ял булһын, яңы көс менән уҡырға керешһендәр.
Илдар Мәүлетбирҙин шулай уҡ 2025-2026 уҡыу йылының 26 майҙа тамамланасағын иҫкәртте.

Башинформ.

Тиҙҙән оҙайлы ялдар башлана
Тиҙҙән оҙайлы ялдар башлана
Автор:
Читайте нас