Дим буйҙары
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Март , 23:23

Ирекмәнлек - уларҙың йөрәгендә

Район мәҙәниәт Һарайында үткән сарала ирекмәндәр кәрәк икән, ең һыҙғанып эшләй ҙә, кәрәк икән, матур итеп күңел дә аса белә икәнен күрһәтте 

Ирекмәнлек  - уларҙың йөрәгендә
Ирекмәнлек - уларҙың йөрәгендә

- Беҙҙең ирекмәндәр республикала алдынғылар рәтендә, Бишбүләк районы ирекмәндәре махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙҙың хәлдәрен еңеләйтеү өсөн тырыша. һеҙҙең нескә ҡулдарығыҙ ниндәй генә эштәр башҡармай. Бөгөн дә күптәрегеҙ маскировкалау селтәрҙәре үреүҙән тыш, аҡса йыйыу, тәғәйен әйберҙәр алыу, гуманитар ылау ойоштороуға тос өлөш индерәһе, - тине район хәкимиәте вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Артур Амур улы Ғәлиев һәм бер төркөм кешегә Башҡортостан Республикаһы Башлығы исеменән Рәхмәт хаты тапшырҙы.

Был сараға килгән ҡунаҡ – “Башҡортостан” полкы командиры Мәжит Тәлғәт улы Байдәүләтов иһә әүҙем эшмкәрлек алып барған 29 ирекмәнгә “Фронтҡа ярҙам өсөн” миҙалын тапшырҙы. “Бөтәһе лә фронт өсөн - Бишбүләк” төркөмө етәксеһе Эллина Заһит ҡыҙы үҙенең сығышында һәр кемгә ҙур рәхмәтен белдерҙе һәм  “Башҡортостан” 31-cе полк командиры Меликовтың Рәхмәт хаттары менән бүләкләү өсөн 23 кешене сәхнә түренә саҡырҙы.

Төрлө милләт вәкилдәре берҙәм булып, үҙ-ара татыу йәшәй һәм ҡулдарынан килгәнсә алғы һыҙыҡтағыларға ярҙам итә. Ирекмәндәр изгелек эшләп кенә ятмай, буш ваҡытта улар йырлап, бейергә лә өлгөрә. Был концертта улар үҙҙәренең ниндәй талантлы икәндәрен күрһәтте лә.  

- Баҙлыҡ, Кесе Мәнәүез ауылы ансамблдәренең сығышы илһамлы шиғыр һөйләүселәр, дәртле бейеүҙәр менән үрелеп барҙы. Мәҫәлән, ҡаныҡайҙар башҡорт көйөнә ҡушылып, ҡумыҙ сиртеп сәхнәлә өйөрөлһә, Роза Мусина, Вәсилә Батталова һ.б. моңло йырҙары менән әсир итте, Елена Давыдова үҙенең ирекмәндәргә арнап яҙған шиғырын уҡып ишеттерҙе. Башҡа сығыштар ҙа илһөйәрлек рухы менән һуғарылғайны. 

Ирекмәнлек эшенә күбеһенсә күңелдәре ҡатмаған, рухтары һынмаған, ил яҙмышына битараф булмағандар ҡушыла. Бындай кешеләр менән һоҡланмау мөмкин түгел, барлыҡ изге эште улар күңелдәре ҡушыуы буйынса башҡара. 

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

Автор фотолары.

Ирекмәнлек  - уларҙың йөрәгендә
Ирекмәнлек  - уларҙың йөрәгендә
Ирекмәнлек  - уларҙың йөрәгендә
Ирекмәнлек  - уларҙың йөрәгендә
Ирекмәнлек  - уларҙың йөрәгендә
Ирекмәнлек  - уларҙың йөрәгендә
Ирекмәнлек  - уларҙың йөрәгендә
Ирекмәнлек - уларҙың йөрәгендә
Автор:
Читайте нас