Изге Ураҙа байрамы көнөндә Аҙнай ауылында ысын мәғәнәһендә тарихи ваҡиға булды. Имашевтар-Бикҡоловтар династияһы – "Гөлөстан" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Резида Әҙһәм ҡыҙы, Иҫәнбай Миңнулла улы һәм “Деловой мир Башкортостана” гәзитенең баш мөхәррире Ләлә Әҙһәм ҡыҙы ауылдаштарына ауыл, мәктәп һәм, асылда, бөтә Аҙнай ауылы тарихына арналған "Башҡортостан республикаһы ҡаҙаныштары йылъяҙмаһы" китабының IV томын бүләк итте. Был әһәмиәтле дата Аҙнай ауылынан cыҡҡан Ләлә һәм Резида Имашевалар нигеҙ һалған "Гөлөстан" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең 30-йыллығы айҡанлы нәшер ителде.
Мәғлүмәткә бай баҫманың үҙенсәлеге шунда: ауыл тарихында тәүге тапҡыр табиптар, уҡытыусылар йәки хәрбиҙәр династияһы түгел, ә тыуған еренең тарихын бөртөкләп йыйған һәм һаҡлаған кешеләр тураһында мәғлүмәт тупланған. Резида Әҙһәм ҡыҙының балалары, БДУ-ның журналистика бүлеген тамамлаусылар, әсәһенең эшен дауам итә. Белеүебеҙсә, ул үҙ ғүмерен "Гөлөстан"яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте нәшриәтендә эшләүгә бағышланы. Имашеваларҙың тарихи хәтерҙе һаҡлауға индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ, сөнки тап улар ҙур күләмле проектты тормошҡа ашырырға ярҙам итте – "БР ҡаҙаныштары йылъяҙмаһы" күп томлы китабының IV томы ошо тантаналы көндә ауыл халҡына тапшырылды.
Китапты тапшырыу тантанаһы Тимербулат Имашев исемендәге музейҙа үтте, ауыл халҡы өсөн был ҙур ваҡиға булды. Аталары фронттан әйләнеп ҡайтмаған һуғыш балаларының хәтирәләре һәр кемде тулҡынландырҙы.
Осрашыу аҙағында проектта ҡатнашыусылар ата-бабалар хөрмәтенә аллея булдырыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Музей тирәләй зәңгәр шыршылар ултыртыу идеяһы хәтерҙе мәңгеләштереү символына әүерелде. Ошоноң менән бергә Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһында “Мәрйәм” мәсете янында балалар майҙансығы төҙөү маҡсатындf ППМИ-ла ҡатнашырға ҡарар ителде. Был проект өлкәндәрҙән кеселәргә күскән быуындарҙың шатлығын һәм реемственностьының һиҙелерлек кәүҙәләнеше булырға тейеш.
Станислав БИКҠОЛОВ,
Автор фотоһы.