

“Мин уға Саладин тигән ҡушамат бирҙем. Шундай билдәле ғәскәр башлығы булған. Ул уға оҡшап та тора, шундай ҡара, яуыз. Ул шунда миндә үҙенең хужаһын таныны, балалар иртән уның менән йөрөргә ярата. Ваҡыт булғанда мин дә уның менән уйнарға яратам. Әле ул бәләкәй көсөк кенә, ышаныслы һәм тоғро дуҫ булып үсәсәк. Тыныс, тыңлаусан һәм бик аҡыллы. Был инде минең өсөнсө этем. Бесәйебеҙ ҙә бар. Балалар бәхетле. Йортта хайуандар тотоу – ҙур яуаплылыҡ, әммә ҙур бәхет тә”, – тине Радий Хәбиров.
Төбәк Башлығы социаль селтәрҙәрҙә эттәрҙең фотоһүрәттәрен урынлаштырғылай. 2019 йылда Радий Хәбиров Ланселот ҡушаматлы немец овчаркаҙын күрһәткән ине. Ә 2023 йылда яңы ғаилә ағзаһы – Такео ҡушаматлы эте менән таныштырғайны.
Сығанаҡ: bashinform.ru