“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) Тәтешле районында Борай - Иҫке Балтас – Көйәҙе участкаһында биш километр юл ремонтлана, тип хәбәр итә республиканың Транспорт министрлығы.
Был эштәр Үрге Тәтешле ауылы эргәһендәге юлдарҙа башҡарыла. Юлсылар асфальт-бетон япманы яңырта, юл ситтәрен нығыта, тамғалар һыҙа.
– Борай - Иҫке Балтас – Көйәҙе юлы өс районды берләштерә: Балтас, Борай һәм Тәтешле. Уларҙа 58 меңдән ашыу кеше йәшәй. Бәләкәй ауылдарҙа йәшәүселәр тап ошо юл буйынса район үҙәгенә –Үрге Тәтешлегә бара. Шулай уҡ был трасса Башҡортостан һәм Пермь өлкәһе араһында транспорт бәйләнешен тәьмин итә. Һәр тәүлек һайын уның аша өс меңдән ашыу автомобиль үтә, - ти Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
Борай – Иҫке Балтас – Көйәҙе юлын ремонтлауҙы быйыл тамамлау ниәтләнә.
Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.
bashgazet.ru