Дим буйҙары
+7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Апрель , 15:27

AY YOLA төркөмө Төркиә телеканалында сығыш яһаны

Концерттан һуң Башҡортостан музыканттарына Төркиә президенты Рәжәп Тайып Эрдоган менән аралашыу мөмкинлеге бирелде. Ул яҡташтарыбыҙҙың ижадын юғары баһаланы.

AY YOLA төркөмө Төркиә телеканалында сығыш яһаны
AY YOLA төркөмө Төркиә телеканалында сығыш яһаны

Башҡортостандың AY YOLA төркөмө Төркиәнең Анкара ҡалаһында TRT AVAZ халыҡ-ара телеканалында сығыш яһаны. Анкаранан тура эфирҙы 30-ҙан ашыу ил тамашасыһы ҡараны.

Музыканттар Науруз байрамына һәм телеканалдың 17 йыллығына арналған махсус телевизион концертта ҡатнашты. Был кистә донъяның төрлө мөйөштәренән килгән артистар бер сәхнәлә сығыш яһаны.

«Беҙҙең музыка халыҡ-ара сәхнәлә яңғыраны һәм тамашасыларҙы башҡорт мәҙәниәте, «Урал-батыр» эпосы менән таныштырҙы, — ти артистар. — Концерттан һуң Төркиә президенты Рәжәп Тайып Эрдоган менән аралашыу форсаты тейҙе. Ул ижадыбыҙҙы юғары баһаланы. Осрашыу йылы мөхиттә ҡурай моңо аҫтында уҙҙы».

Шулай уҡ беҙ AY YOLA төркөмөнөң Homay клибын халыҡ-ара премияға тәҡдим итеүҙәре тураһында хәбәр иткәйнек.

https://www.bashinform.ru

AY YOLA төркөмө Төркиә телеканалында сығыш яһаны
AY YOLA төркөмө Төркиә телеканалында сығыш яһаны
Автор:
Читайте нас