

Башҡортостан Республикаһы прокуратураһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 2021-2022 йылдарҙа элекке полиция хеҙмәткәре законды системалы рәүештә боҙған: ул эскелек билдәләре менән руль артына ултырған, хоҡуҡтарынан мәхрүм ителгән водителдәрҙе административ яуаплылыҡҡа тарттырмау өсөн граждандарҙан аҡса алған.
«Хеҙмәттәре» өсөн элекке инспектор 20 меңдән 40 мең һумға тиклем аҡса талап иткән. Дүрт граждандан бөтәһе 120 мең һум алған.
Тағы бер енәйәт 2023 йылдың апрелендә эшләнгән. Элекке полицейский Бәләбәйҙә йәшәүсе ҡатынды яңылыштырған: ул уның иренә имтихан тапшырмай ғына водитель таныҡлығы алырға ярҙам итергә вәғәҙә иткән. Ҡатын уға 60 мең һум аҡса биргән.
БР буйынса Эске эштәр министрлығының үҙ именлеге бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре законһыҙ ғәмәлдәрҙе туҡтатҡан. Уларҙың эше һөҙөмтәһендә схема асыҡлана, ә енәйәтсе фаш ителә.
Коррупция факттары асыҡланғандан һуң ир полиция хеҙмәткәре намыҫын хурлаған енәйәт ҡылыу сәбәпле хеҙмәттән бушатыла.
Суд элекке инспекторға дөйөм режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында 6 йылға иркенән мәхрүм итеү язаһын тәғәйенләй. Шулай уҡ ул 250 мең һум күләмендә штраф түләргә тейеш. Бынан тыш, уға 3 йыл 6 ай дауамында хоҡуҡ һаҡлау органдарында власть вәкиле вазифаһын биләү тыйыла. Ғәйепләнеүсе «полиция лейтенанты» махсус званиеһынан мәхрүм ителә. Унан алынған ришүәткә тиң сумма түләтелә.
Ирҙе суд залында һаҡ аҫтына алалар. Аҡса тапшырыусыларға ҡарата эш материалдары айырым производствоға йүнәлтелгән.