

❶ Тәүҙә сауҙа үҙәктәрен, вокзалдарҙы һәм башҡа йәмәғәт урындарын фотоға төшөрөп ебәреүҙе үтенәләр.
❷ Артабан украин диверсанттары исеменән сығыш яһап, был урындар теракт маҡсаттары буласаҡ, ә үҫмерҙе — енәйәттә ҡатнашыусы булаһың, тип ҡурҡыталар.
❸ Артабан схемала «көс ведомстволары хеҙмәткәрҙәре» барлыҡҡа килә һәм, аҡса түләһәң, енәйәт эшенән «ҡотҡарырға» вәғәҙә итә.
Балалар менән ябай ҡағиҙәләр тураһында һөйләшеү мөһим:
❶ Көс ведомстволары вәкилдәре социаль селтәрҙәрҙә аҡса һорамай — шикле хәбәр алһағыҙ ата-әсәгеҙгә күрһәтегеҙ.
❷ Сит кешеләр үтенесе буйынса фото төшөрмәгеҙ һәм уларға аҡса күсермәгеҙ.
❸ Ҡурҡытһалар — кисекмәҫтән ата-әсәгеҙгә хәбәр итегеҙ.
❹ Шикле әңгәмәселәрҙе сикләгеҙ, улар менән хат-аралашыуҙарығыҙҙы һаҡлағыҙ — улар полицияға ярҙам итәсәк.