Дим буйҙары
+9 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Общие статьи
16 Апреля , 10:03

Ижадтағы ҡыйыулыҡ — ул уңышҡа юл

Бишбүләк 2-се урта мәктәбе уҡыусыһы Елисей Смолов рәсем сәнғәте буйынса республика олимпиадаһында еңеүсе булды

Ижадтағы ҡыйыулыҡ  — ул уңышҡа юлИжадтағы ҡыйыулыҡ  — ул уңышҡа юл
Ижадтағы ҡыйыулыҡ — ул уңышҡа юл

Һүрәт төшөрөү боронғо замандарҙан уҡ кеше ижадының hәм үҙ-үҙеңде белдереүҙең фундаменталь аспекты булып ҡала. Рәссамдар бит һәр ҡайҙа матурлыҡты күрәләр. Һүрәт төшөргәндә, кеше үҙ фекерҙәрен, идеяларын белдерә, ниндәйҙер мәғлүмәт тапшыра. Март аҙағында К.А. Дәүләткилдиев  исемендeге республика сәнғәт гимназия-интернатында рәсем сәнғәте буйынса республика олимпиадаһының төбәк практик туры уҙҙы. Олимпиадаға  Башҡортостандан 170 уҡыусы  (6 — 9 кластар) йыйылды. Олимпиаданың барлыҡ этаптарын да уңышлы үтеп, Бишбүләк ауылының 2-се урта мәктәбе уҡыусыһы Елисей Смолов йомғаҡлау практик турында ҡатнашты hәм еңеүсе булды. Һүҙ уңайынан, ул был олимпиадала икенсе йыл hәм шундай уҡ уңыш менән ҡатнаша. Елисей — бик һәләтле уҡыусы. Әммә һәр уnышлы бала артында уның дөрөҫ йүнәлеш биреүсе, кәрәкле белем биреүсе уҡытыусыһы, остазы тора. Был өлкәлә уның менән күп йыллыҡ тәжрибәһе булған юғары категориялы уҡытыусы, маҡтаулы хеҙмткәр hәм Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы уҡытыусылар конкурсында еңеүсе Тамара Демьяновна Гончарова эшләй. Ул уҡыусыһының ябай рәсем төшөрөү менән генә түгел, академик рәсем яһау менән дә шөғөлләнеүен әйтте.

Еңеүсебеҙ Елисей Смолов ижади ғаиләлә тыуған. Ижадҡа булған һөйөү, талант быуынндн-быуынға күсә бит. Ғаилe традицияларын һаҡлау, ата-бабаларыбыҙҙың зирәклегенән файҙаланыу, тәжрибә, ҡиммәттәр һәм мәҙәниәтте тапшырыу — былар барыһы ла Смоловтар ғаиләһе тураһында. Әсәһе Ирина Садулевна менән атаһы Владимир Анатольевич үҙ балаларын һәр яҡлап үҫтереүгә көс һала. Ғаилә башлығы үҙе ижади кеше булараҡ, күп йылдар инде мәҙәниәт, мәғариф hәм журналистика өлкәһендә утты, һыуҙы кискән. «Һәр кеше талантлы, әммә талант тупраҡҡа эләгергә hәм үҫергә тейешле орлоҡ кеүек. Ләкин бының өсөн уңдырышлы тупраҡ, ашламалар hәм яҡшы орлоҡтар әҙерләргә кәрәк» — ти ул.

Елисейың Ермолкин ауылында 25 йыл мәктәп директоры булып эшләгән олатаһы Анатолий Петрович баянда бик яҡшы уйнаған, йырлаған һәм һүрәт төшөрөргә яратҡан. Һәр яҡлап үҫешкән, талантлы кеше һәм педагог була. Владимир Анатольевич та атаһы юлынан киткән. Ул, педучилищены, һуңынан Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң, Ауырғазы районында уҡытыусы, мәктәп директоры була, 18 йыл Бишбүләк районының мәғариф бүлегендә инспектор булып эшләй, Бишбүләк 1-се урта мәктәбендә рәсем һәм дәрестәрен алып бара.

Смоловтар ғаиләһендә өс бала үҫә, икеһе инде үҙаллы тормошта йәшәй, ә Елисей — 7-се класс уҡыусыһы. Малайҙы ижадҡа тартылыуы атаһы яғынан ғына түгел, ә әсәһе Ирина ла үҙ балаларын матурлыҡты тойорға өйрәтә. Һәм уның эше лә матурлыҡ тыуҙырыу менән бәйле -  ул флорист. Һүрәт төшөрөү менән мауығыу Елисейҙа мәктәпкәсә йәштә уҡ барлыҡҡа килә, ул бының менән  «Умка» балалар баҡсаһына йөрөгәндә үк ҡыҙыҡһына. Рәсем яһарға яратыуын күреп әсәһе улын Балалар ижады үҙәгенә бирә, унда балалар менән эшләү дәрәжәһе башҡа, һәм кескәй рәссамдың киләсәккә даими үҫеше өсөн оло мөмкинлек асыла.

Смоловтыр ғаиләһе Елисей тәрбиәләү өсөн ҙур көс һала. Өйҙә уның барылҡ башланғыстарында ла ярҙам итәләр, ижади үҫеш өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырғандар. Һүрәт төшөрөү өсөн кәрәкле булған буяуҙарҙы (гуашь, акварель, акрил), фломастерҙарҙы даими һатып алалар. Электрон рәсем төшөрөү өсөн график планшет та бар. Йәш рәссам кубеһенсә  кешеләрҙе, уйлап сығарылған персонаждарҙы төшөрөргә ярата. Уның яратҡан темаһы — татыу ғаиләһе.  Өйҙә рәссамдар, сәнғәт, картиналар тураһында китаптар, шулай уҡ методик әҙәбиәт бар.Бөйөк рәссамдарҙың картиналары төшөрөлгән «Третьяков галереяһы» тигән ҙур китап бигерәк тә иғтибарҙы йәлеп итә, шулай уҡ йәш рәссамдар өсөн рәсем сәнғәтенә өйрәтеү буйынса дәреслектәр ҙә бар. Мольбертһыҙ ниндәй рәссам булһын? Елисейҙа улар икәү.

Сонки картина яһауҙың үҙ техник ҡағиҙәләре бар, уларға рәссамдың илһамы һәм хистәре ҡушыла. Рәсем яһарға, әлбиттә, тәүҙә атаһы өйрәткән. Хәҙер ул осош өсөн ҡанаттар өҫтәй, һәр ваҡыт кәңәштәре менән хуплай. Атаһы улына: «Яратҡан шөғөлөңдө тапҡанһың икән — шөғөллән! Ул һиңә шатлыҡ һәм уңыш ҡына килтерһен! Киләсәктә һинең картиналарыңды  таныуҙарын, белеүҙәрен теләйем. Улар һиңә рухи һәм матди байлыҡ килтерһен. Бына күптән тугел Рәсәй Президенты Владимир Путин рәссам Никас Сафроновҡа Александр Невский орденын тапшырҙ. Тормошта һинең дә яңы үрҙәргә ынтылыуыңды теләйем, бының өсөн яҡшы уҡырға һәм эшләргә кәрәк! Ғүмер ҡыҫҡа, ә сәнғәт мәңгелек!», — тип әйтә.

Ата-әсәһен һөйөндөрөп, ул яҡшылыҡтың ҡәҙерен белгән, ярҙамсыл малай булып үҫә, ул һәр ваҡыт дуҫтарына ла, ата-әсәһенә лә ярҙам итә, туғандарын — өлкән ағаһы Андрейҙың балалары Марина менән Гордейҙы ҡарарғаярҙам итә. Ул намыҫлы, ғәҙел, яҡшы кунелле һәм тыйнаҡ, йорт хайуандарын — Касьян ҡушаматлы бесәй менән Алиса ҡушаматлы этте бик ярата. Уҡыуҙан тыш, спорт менән дә мауыға, дустары менән футбол, волейбол уйнарға ярата. Елисей рәсем төшөрөү менән ихлдас шөғөлләнә, киләсәктә ул график дизайнер булырға хыяллана. Уға уңыштар теләйек!

Елисей — боронғо, серле, тарих менән һуғарылған исем, юғары көстәргә ышанысты сағылдыра. Уға әлеге һирәк исемде әсәһе ҡушҡан, сөнки улының сәләмәт, көслө әкиәт геройы булып үҫеүен теләгән! Грек яҙыусыһы Орхан Памук әткәнсә: «Рәсем төшөрөү — аҡыл өсөн  тыныслыҡ һәм күҙҙәр өсөн музыка». Елисей үҙенең матур «музыкаһы» һәм төҫтәр поэзияһы менән оҙон-оҙаҡ күҙҙәребеҙҙе һөйөндөрһөн.

Зөлфиҙә МУЛЛАҒӘЛИЕВА

Ижадтағы ҡыйыулыҡ  — ул уңышҡа юл
Ижадтағы ҡыйыулыҡ — ул уңышҡа юл
Автор:
Читайте нас