Дим буйҙары
+2 °С
Облачно
Общие статьи
17 Апреля , 10:13

Башҡортса диктант яҙҙылар

Бөгөн, 17 апрелдә, башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу акцияһына Ҡаныҡай башланғыс мәктәбе лә ҡушылды

Башҡортса диктант яҙҙыларБашҡортса диктант яҙҙылар
Башҡортса диктант яҙҙылар

Быйылғы диктанттың текст темалары Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылына, Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылына, башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Ғәли Соҡоройҙың 200 йыллығына арналды.

Иҫегеҙгә төшөрөп үткәндә, диктант өс ҡатмарлылыҡ кимәлен үҙ эсенә ала: башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр, башҡортса иркен аралашыу кимәлендә  һәм төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн. Әлеге диктантта иһә туған телдәрендә (башҡортса) иркен аралашыусылар ҡатнашты. Диктант журналист, яҙыусы Мөнир Ҡунафиндың “Беҙҙең көс” тип аталған әҫәре буйынса яҙылды. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, ҡайһы бер йылдарҙа уҙғарылған диктанттарҙан айырмалы булараҡ, диктанттың тексы  тере тауыш менән уҡылды, йәғни уны башланғыс кластар уҡытыусыһы Дилара Минулла ҡыҙы Батраева уҡыны. Парта артындағы уҡыусылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ауылдаштар мәктәптә алған белемдәрен иҫкә төшөрҙө. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың күбеһе башҡорт милли кейемендә килгәйне, сөнки был матур сара Милли кейем көнөнә тап килде.

Шуныһы һөйөндөрә: үҙ теленә битараф булмаған, уға тәрән ихтирам-хөрмәт менән ҡараған балалар менән бер рәттән өлкәндәр ҙә ҡулдарына ҡәләм алып, мәктәп партаһы артына диктант яҙырға ултырҙы. Был сарала ҡатнашыусы Минһаз ағай Хәйруллинға 84, Уралбай Шәриповҡа -  68 йәш ине. Ошо уҡ мәктәптә белем алған һәм Рәсәй федераль именлек хеҙмәтенең Калининград сик буйы институтын тамамлаған хәрби хеҙмәткәр, әлеге мәлдә тыуған ауылына отпускыға ҡайтҡан Динис Исламов та туған телен хөрмәтләп диктант яҙырға килгән.

- Диктант яҙып грамоталылыҡты тикшереүҙе маҡсат итеп ҡуйманыҡ, ә телебеҙгә хөрмәт менән ҡарауҙы маҡсат итеп ҡуйҙыҡ, - тине Дилара Минулла ҡыҙы. – Диктант яҙыусыларҙың эштәрен ебәрҙек, һөҙөмтәләр беҙҙе ҡыуандырыр тип ышанам.

Был әһәмиәтле көн телдәрҙе һаҡлау, үҫтереү буйынса ойошторолған сараларҙың береһе булып тора. 

Ләйлә ҒҮМӘРОВА.

Башҡортса диктант яҙҙылар
Башҡортса диктант яҙҙылар
Башҡортса диктант яҙҙылар
Башҡортса диктант яҙҙылар
Башҡортса диктант яҙҙылар
Башҡортса диктант яҙҙылар
Автор:Гумерова Л
Читайте нас