+6 °С
Облачно


В. Көк-оол исемендәге Милли музыка-драма театрының 90 йыллыҡ юбилейына арналған миҙалды театр директоры Саян Монгуш тапшырҙы.
Айгиз Баймөхәмәтов Тываға үҙенең «Ҡалдырма, әсәй!» автобиографик повесы буйынса ҡуйылған «Хыялға ҡаршы» спектаклен ҡарарға барҙы. 90-сы юбилей театр миҙгеле ошо спектакль менән тамамланды.
«Спектакль тамашасыларҙың юғары баһаһын алды. Залда тынлыҡ урынлашты, барыһы ла тын да алмай ҡараны, — тип билдәләне Көк-оол исемендәге Милли театр директоры. — Спектаклдең тәрбиәүи әһәмиәте ҙур, ул сәхнәлә оҙаҡ йәшәйәсәк. Айгиз Баймөхәмәтовҡа әҙәбиәткә индергән өлөшө һәм беҙҙең версия менән ҡыҙыҡһыныуы өсөн рәхмәт белдерәбеҙ».
Башинформ