

Иң тәүҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльза Марс ҡыҙы Мөхтәсимова Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың тормош юлы һәм ижады менән ҡыҫҡаса таныштырып үтте. Артабан уҡыусылар уның шиғырҙарын яттан һөйләү өсөн сәхнәгә күтәрелде. Шиғырҙы тырышып ятлаған өсөн, ҡыйыулыҡ табып тыңлаусылар алдына сығып телмәр тотҡаны өсөн һәммәһе лә маҡтауға лайыҡ. Күпселек уҡыусыларҙың милли кейемдәрҙә сығыш яһауы сараға йәм өҫтәне.
Конкурста ҡатнашыусыларҙың сығыштарын “Мең ырыуҙары” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы рәйесе А.Ә.Шәймәрҙәнов, “Дим буйҙары” гәзитенең яуаплы хеҙмәткәре Л.И.Ғүмәрова, яҙыусы, М.Аҡмулла исемендәге премия лауреаты Ф.Ф.Янышев, башланғыс класс уҡытыусылары Г.М. Хисмәтова, Д.М.Батраева баһаланы. Улар һәр уҡыусыны иғтибар менән тыңлап, телмәрҙең грамоталығын, башҡарыу оҫталығын һәм һөйләүсенең сәхнәлә үҙен тотошона ла иғтибар итте. Шулай итеп, кемдәр һуң еңеүселәр?
Шиғыр конкурстарында матур итеп сығыш яһаған Сәфәрғәлиева Радмила (10-cы кл, етәксеһе Э.М.Мөхтәсимова) был юлы ла һынатманы һәм 1-cе урын алды. Ентекле әҙерләнеп килгән Йылболаҡтамаҡ мәктәбе уҡыусыһы Зилә Ғәйзуллина ла (6-сы кл, етәксеһе И.Р. Кинйәбаева) “Мең ырыуы” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһының I дәрәжә дипломына лайыҡ булды. Иң кескәй конкурсант Ғәйзуллина Амалия (Йылболаҡтамаҡ мәктәбе) һәм Көҫәпҡолова Әлиә (Айыт мәктәбе), Халиҡов Линар (Ҡаныҡай мәктәбе) II дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Шулай уҡ тасури итеп шиғыр һөйләгән Ильвина Низамова, Ранелия Хафизова һәм Самира Юнысоваға (Айыт мәктәбе) III дәрәжә диплом тапшырылды. Был сарала ҡатнашҡан башҡа уҡыусылар ҙа Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде һәм “Мең ырыуы” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы исеменән иҫтәлекле бүләктәр алып ҡыуандылар.
Ҡотлауҙар, изге теләктәр менән конкурсты тамамланыҡ. Киләһе йылдарҙа, алдағы башҡорт телендә үткәреләсәк бәйгеләрҙә ҡатнашыусыларыбыҙ тағы ла артыр, тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА,
автор фотолары.