Дим буйҙары
+10 °С
Облачно
Общие статьи
24 Апреля , 04:59

Үзбәкстанға тәүге партия колбаса ризыҡтары ебәрелгән

Ризыҡ күләме 1,1 мең тоннанан ашыу  тәшкил итә

Үзбәкстанға тәүге партия колбаса ризыҡтары ебәрелгәнҮзбәкстанға тәүге партия колбаса ризыҡтары ебәрелгән
Үзбәкстанға тәүге партия колбаса ризыҡтары ебәрелгән

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) ярашлы, БашҡортостанҮзбәкстанға колбаса аҙыҡтарының беренсе партияһын оҙатты, тип хәбәр итә БР Ауыл хужалығы министрлығы. Продукцияның күләме 1,1 мең тонна тәшкил итә. Уны Туймазы районының ит эшкәртеү предприятиеһы оҙатҡан.

Продукция өлгөләрен “Россельхознадзор”ҙың республика буйынса идаралығының ветеринария күҙәтеүе бүлеге белгестәре тикшергән, шулай уҡ лаборатория тикшеренеүҙәре лә үткәрелгән.

Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса, ит продукцияһы импортлаусы илдең ветеринария һәм аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге талаптарына тап килә, тип хәбәр итә күҙәтеү ведомствоһы. Бөтә 15 партия ла Үзбәкстанға оҙатылған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: РФ Президенты В.В. Путин ҡарарына ярашлы, былтырҙан алып яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.

Мәғлүмәт, фото: bashgazet.ru

Үзбәкстанға тәүге партия колбаса ризыҡтары ебәрелгән
Үзбәкстанға тәүге партия колбаса ризыҡтары ебәрелгән
Автор:
Читайте нас