

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 2023 йылда Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Ҡырғыҙстан Республикаһы Министрҙар кабинеты Ҡырғыҙстанда берлектәге туғыҙ дөйөм белем биреү ойошмаһы төҙөү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Уҡытыу рус телендә алып барыласаҡ был мәктәптәр өсөн педагогик состав, уҡыу пландары һәм методик әсбаптар әҙерләүҙе дәүләт заказына ярашлы Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты тәьмин итә.
Кәңәшмәне асып, Сергей Кравцов Башҡортостан етәкселегенә һәм Аҡмулла университетына халыҡ-ара проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙары өсөн рәхмәт белдерҙе, шулай уҡ тәүге өс берлектәге мәктәпте 2027 йылдың 1 сентябренә асырға ниәтләүҙәрен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Әле Өфөлә республиканың мәғариф өлкәһендәге бай тәжрибәһен өйрәнгән ҡырғыҙ мәктәптәре директорҙары йыйылды, – тине Рәсәйҙең мәғариф министры. – Яуап итеп Рәсәй делегацияһының Ҡырғыҙстанға сәфәрен ойошторорға тәҡдим итәм. Бындай бәйләнеш ике ил педагогтарына ла файҙаға ғына буласаҡ.
Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Ҡырғыҙстан Республикаһының Башҡортостандың ун төп партнёры иҫәбендә булыуын билдәләне.
– Беҙҙе уртаҡ мәҙәни тамырҙар, телдәр оҡшашлығы, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәр, берлектәге гуманитар проекттар бәйләй. Беҙҙең юғары уҡыу йорттарында Ҡырғыҙстандан 200-ҙән ашыу студент белем ала. Бында уларға бик оҡшай, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Башлығы. – Ҡырғыҙстанда рус телле мәктәптәр төҙөү проекты, һис шикһеҙ, илдәребеҙҙең стратегик партнёрлығын нығытыу өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Беҙ мәғариф өлкәһендәге эшләнмәләребеҙ һәм инновацияларыбыҙ менән уртаҡлашасаҡбыҙ. Шуның менән үҙ-ара дуҫлыҡ һәм тығыҙ хеҙмәттәшлек традицияларын дауам итербеҙ, тип ышанам.
Ҡырғыҙстандың мәғариф министры Догдуркул Кендирбаева Рәсәй менән мәғариф өлкәһендәге хеҙмәттәшлектең юғары кимәлен билдәләне һәм берлектәге проекттарҙы артабан, шул иҫәптән Башҡортостандың мәғариф ойошмалары ҡатнашлығында, үҫтереүгә ҡарата ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе.
– Илдәребеҙ араһында яҡшы мөнәсәбәттәр булдырылды, һәм мәғариф өлкәһендәге хеҙмәттәшлек иң яҡшы практикалар менән бүлешеү һәм тәжрибә уртаҡлашыу иҫәбенә нығынырға тейеш, – тине Догдурҡол Кендербаева. – Ҡырғыҙстанда рус теле ҙур ихтыяж менән файҙаланыла һәм фән, мәҙәниәт, сәнғәт теле булараҡ мөһим әһәмиәтен һаҡлап ҡала.