

Йыл һайын беҙҙең районда йылына ике мәртәбә яҙғы-көҙгө саҡырылыш кампаниялары ваҡытында Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө уҙа. Был патриотик сара буласаҡ хәрби хеҙмәткә алыныусылар өсөн Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында ла, Афған һуғышында ла, Төньяҡ Кавказдағы ваҡиғаларҙа ла батырлыҡ күрһәткән ата-бабаларыбыҙҙың иҫтәлеген һаҡлап ҡалыу маҡсатынан ойошторола. Ә бына хәҙер дүртенсе йыл беҙҙең заманда күп кенә яҡташтарыбыҙ, ҡулдарына ҡорал тотып, Украинаның законлы ерҙәрен милләтселәренән азат итә. Һис шикһеҙ, уларҙың бөгөнгө ҡаһарманлығы Ватанға тоғролоҡ, уның бөтөнлөгөн, сиктәрен, шулай уҡ граждандарыбыҙҙы тыныс күк йөҙөн һаҡлауҙа яҡшы үрнәк булып торорға тейеш.
Районда яҙғы саҡырылыш тулы көсөнә бара. 24 апрелдә иртәнән үк повестка буйынса район хәрби комиссариатына саҡырылдылар. Хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре, бында килгән бөтә кешеләр менән бергә, баш ҡалаға оҙатыу һәм автобуста барыу ваҡытында ла, шулай уҡ республика саҡырыу пунктында булыу ваҡытында ла хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инструктаж үткәрҙеләр. Тағы бер тапҡыр графикка теүәллек индерелде, армияға оҙатыуҙың даталары әйтелде һәм улар ағымдағы йылдың июль аҙағына ҡәҙәр дауам итәсәк.
Артабан йыйылыусылар Ватанды һаҡлаусылар паркына йүнәлде. Улар һуғыш хәрәкәттәрендә, Афғанстанда һәм Төньяҡ Кавказда хәрби хезмәткәрләрҙә интернациональ бурысын үтәп, ҡыйыу рәүештә баштарын һалған яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә хөрмәт күрһәтеү митингында ҡатнаштылар. Улар алдында район хәкимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар буйынса урынбаҫары Алексей Данилов район һәм хәрби комиссариаттың өлкән ярҙамсыһы Илгиз Нәғимов сығыш яһаны. Бер минут тынлыҡтан һуң, ҡунаҡтар иҫтәлекле стелаға сәскәләр һалды. Митинг иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды.
Был көндә мәҙәниәт һарайында күңелле ине: сара башланыр алдынан тыуған ил тураһында патриотик йырҙар яңғыраны. Залға уҡытыусылары менән өлкән класс уҡыусылары, һуғыш хәрәкәттәре һм МХО ветерандары, район хакимиәте һәм хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре, хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙың ата-әсәләре һәм яҡын туғандары тыйылды. Оло экранда яҡты байрам тематик заставкаһы бар ине. Марш яңғыраны һәм призывниктар сафҡа теҙелеп залға керҙе. Халыҡ уларҙы аяғүрә баҫып ҡаршыланы. Залдағылар яңынан РФ һәм БР Дәүләт гимндары тауышына аяғүрә баҫа. Күптәр уларҙы үҙҙәре башҡара, өҫтәүенә гимн текстары ҙур экранда яҙыла. Программа Мәҙәниәт һарайының «Живая вода» вокаль ансамбле (етәксеһе Ольга Данилова) башҡарыуында «Широка река» йыры менән башланып китте.
Дәүләттең киләсәге үҫеп килеүсе быуынды билдәләй, ул үҙ халҡына билдәле традицияларын үҙләштерә һәм әллә ҡасандыр ата-бабалары кеүек хәрби сафҡа баҫа. Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусы — ул йәш егет кенә түгел, ул — терәк, нығытыу, герой һәм ҡурсалаусы. Атай-әсәләре өмөтләнә, һөйгәндәре көтә. Уның менән иле ғорурлана! Алып барыусы район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар буйынса урынбаҫары Алексей Даниловка сәләмләү өсөн һүҙ бирә, ул илдең Ҡораллы көстәрендә хеҙмәт итеү һәр ир-ат өсөн мөһим этап булыуын билдәләп үтте. Хәрби бурысты тейешенсә үтәү, ныҡлыҡ, һуғышта еңә белеү рәсәйҙәрҙең күп быуындары характерының айырылғыһыҙ өлөшөнә әүерелде. Район хәрби комиссарына профессиональ һәм психологик һайлап алыу, граждандарҙы хәрби хеҙмәткә һайлап ҡабул итеү буйынса өлкән ярҙамсы Илгиз Нәғимов батальон командованиеһы исеменән хәҙерге ваҡытта 71392 хәрби частә хеҙмәт итеусе Айгиз Вәлиуллиндың ата-әсәһе - Ғәзиз менән Рәсимә Вәлиуллиндарға улдарын яҡшы итеп тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән оҫталығы өсөн Айгиз дә Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булды. Юғары һөнәри оҫталығы һәм хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссияһының һөҙөмтәле эшләүен тәьмин итеүгә индергән өлөшө өсөн Бишбүләк үҙәк длауаханаһы врач-терапевы Роза Тикеноваға район хакимиәте исеменән Рәхмәт хаты тапшырылды. Район хакимиәте исеменән хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларға иҫтәлекле бүләктәр һәм буласаҡ һалдаттар өсөн белешмәлек-наказ тапшырылды. Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларға яҡшы теләктәр менән МХО ветераны гвардия рядовойы Илмир Иванов мөрәжәғәт итте. Бишбүләк ауылындағы Изге Троица храмының етәксеһе (иерей) Владимирҙың батырлыҡҡа доға һуҙҙәре күңелгә үтеп инерлек итеп яңғыраны. Буласаҡ һалдаттар һәм матростарға ата-әсәләр исеменән өгөт-нәсихәт һүҙе менән Уҫаҡ-Кисеү ауылынан Гөлнара Раян ҡыҙы Шәйгәрҙанова мөрәжәғәт итте. Буласаҡ һалдат Фәүзил Шәйгәрҙәнов дауам итеп залға, ултырыусы һалдаттарға, әсәһенә мөрәжәғәт итте.
Бына алып барыусы буласаҡ һуғышсыларҙан яңынан тороп баҫыуҙарын үтенде, ҡысҡырып: «Ата-бабаларыбыҙҙың һәм туғандарыбыҙҙың батырлығы алдында баш эйеп, улар менән ғорурланып, барлыҡ һуғыштар һәм бәрелештәр йылдарындағы моңһоу батырлыҡтарын күңелдәребеҙҙә изге итеп һаҡлап, бөтә көсөбөҙҙө ер йөҙөндә тыныслыҡ һаҡлауға, планеталағы барлыҡ кешеләрҙең бәхетенә, шатлығына бирергә ант итәбеҙ!». Һәм зал буйынса өс тапҡыр ир-егеттәрҙең тауышы ишетелә: «Ант итәбеҙ! Ант итәбеҙ! Ант итәбеҙ!». Шунда уҡ БР һәм РФ Гимндары яңғырай. Зал призывниктарҙы яңынан аяғүрә баҫып хәйерле юлға оҙата. Аҙаҡтан әлеге иҫ киткес сараны ойоштороусыларға армияға саҡырылыусы көнөн үткәреүгә йәлеп ителгән барлыҡ кешеләрҙең юғары дәрәжәлә һөнәри оҫталыҡ күрһәткәндәре өсөн оло рәхмәт әйтке килә. Рәил Едиханов, Маргарита Пашуткина, апайлы-һеңлеле Анна һәм Ольга Даниловаларҙың һоҡланғыс вокаль сығыштары, «Умырзая» хореографик ансамбленең (етәксеһе Зилия Таран) дәртле бейеүҙәре менән барлыҡ тамашасыларҙы ла шатландырҙы. Шулай уҡ барлыҡ номерҙар яҡты экран заставкалары менән биҙәлде.
Владимир СМОЛОВ.
Автор фотолары.