Дим буйҙары
+23 °С
Облачно
Общие статьи
5 Мая , 03:53

Башҡортостан Хөкүмәтендә Еңеү көнөнә әҙерлек барышын тикшерҙеләр

4 майҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 81 йыллығы уңайынан байрам сараларына әҙерлек барышын тикшерҙеләр.

Башҡортостан Хөкүмәтендә Еңеү көнөнә әҙерлек барышын тикшерҙеләрБашҡортостан Хөкүмәтендә Еңеү көнөнә әҙерлек барышын тикшерҙеләр
Башҡортостан Хөкүмәтендә Еңеү көнөнә әҙерлек барышын тикшерҙеләр

Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов 8 майҙа, Еңеү көнө алдынан, «Еңеү вальсы» республика акцияһы уҙыуы хаҡында һөйләне. Совет майҙанында юғары уҡыу йорттары һәм колледждар студенттары, шулай уҡ уҡыусылар һуғыш йырҙары оҙатыуында совет халҡының батырлығы иҫтәлегенә вальс башҡарасаҡ.

Дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһын һәм байрам концертын үҙ эсенә алған тантаналы йыйылыш шулай уҡ 8 майҙа «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтә. Унда республиканың сәнғәт оҫталары һәм ижади коллективтары ҡатнашыуы көтөлә.

*** 

9 майҙа Еңеү көнө уңайынан төп саралар Өфөлә Совет майҙанындағы Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалыуҙан башлана. Артабан шулай уҡ Еңеү паркының мемориаль комплексында Мәңгелек утҡа сәскә һаласаҡтар. Сараларҙа Бөйөк Ватан һуғышы, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары, федераль һәм республика власть органдары етәкселәре, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, хәрби-патриотик клубтар, үҫмерҙәр берләшмәләре һәм йәштәр ойошмалары вәкилдәре, шулай уҡ баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары ҡатнаша.

Төп байрам ваҡиғаларының береһе Октябрь проспекты буйлап хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең һәм хәрби техниканың тантаналы үтеүе буласаҡ.

– Унда Өфө гарнизоны хәрбиҙәре, федераль башҡарма власть органдарының территориаль бүлексәләре хеҙмәткәрҙәре, МХО ҡатнашыусылары, хәрби хәрәкәттәр һәм хәрби хеҙмәт ветерандары, уҡыу йорттары курсанттары һәм кадеттарынан торған 25 парад расчёты, дөйөм алғанда 2 мең самаһы кеше ҡатнашасаҡ, – тине вице-премьер. – Иң яҡшы парад расчётына Башҡортостан Башлығының күсмә кубогы тапшырыла.

Октябрь проспектында генераль репетициялар 4 һәм 7 майҙа 19:00 сәғәттән 21:00 сәғәткә тиклем уҙасаҡ.

Бынан тыш, Ленин исемендәге майҙанда 8 майҙа 14:00 сәғәттән 10 майҙа 9:00 сәғәткә тиклем – ретро-автомобилдәр, ә Рус драма театры алдындағы майҙансыҡта хәрби ретротехника күргәҙмәһе ойошторола.

Байрам саралары ваҡытында йәмәғәт тәртибе һәм хәүефһеҙлек өсөн 5 меңдән ашыу кеше – эске эштәр органдары, Росгвардия, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, шәхси һаҡ ойошмалары хеҙмәткәрҙәре, халыҡ дружиналары һәм хоҡуҡ һаҡлау йүнәлешендәге башҡа берләшмәләр ағзалары – яуаплы буласаҡ.


https://glavarb.ru/ba/news/event/bashortostan-hkmtend-ee-knn-erlek-baryshyn-tiksherelr/
 

Башҡортостан Хөкүмәтендә Еңеү көнөнә әҙерлек барышын тикшерҙеләр
Башҡортостан Хөкүмәтендә Еңеү көнөнә әҙерлек барышын тикшерҙеләр
Автор:
Читайте нас