

Мәрхүм менән хушлашырға дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, Башҡортостан парламенты депутаттары, министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, Константин Толкачёвтың туғандары һәм яҡындары йыйылды.
Республика Башлығы Константин Борисовичтың Башҡортостанды үҫтереүгә һәм яңы быуын закон сығарыусылар тәрбиәләүгә индергән өлөшөн һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Бөгөн республикала матәм көнө, бик ауыр һәм яманһыу. Күренекле дәүләт эшмәкәре, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың алыштырғыһыҙ рәйесе һәм өлкән иптәшебеҙ Константин Борисович Толкачёвты һуңғы юлға оҙатабыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Бөгөнгө Башҡортостандың үҫешенә бәйле кешеләрҙең һәм ваҡиғаларҙың тотош дәүере уның менән бергә китә кеүек. Һәм, әлбиттә, Константин Борисович республикабыҙ ҡануниәте системаһын формалаштырыуҙа мөһим роль уйнаны. Был уның юриспруденция өлкәһендәге төплө белеме, сәйәси аҡыллылығы һәм юғары интеллекты һөҙөмтәһендә мөмкин булды.
Төбәк етәксеһе Константин Толкачёвтың туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.
– Константин Борисович һәр ваҡыт үҙен бик лайыҡлы тотто. Һәр ваҡыт республика һәм уның халҡы мәнфәғәттәренән сығып эш итте. Хатта ауырыған осорҙа ла зарланманы. Был ысын етәксе һәм офицерға хас сифаттар. Яҡын арала уның иҫтәлеген мәңгеләштереү тураһында указ әҙерләйәсәкбеҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Бөгөн бөтә республика өлкән иптәшебеҙҙең яҡындары менән бергә ҡайғыра. Бәхил булығыҙ, ҡәҙерле Константин Борисович, ысын рус генералы. Ауыр тупрағығыҙ еңел булһын.
Матәм митингында шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова, Абхазия Халыҡ Йыйылышы – Парламенты спикеры Лаша Ашуба, Татарстан Дәүләт Советының почетлы рәйесе Фәрит Мөхәмәтшин, Башҡортостандың дини лидерҙары сығыш яһаны.
Константин Толкачёвтың тормош иптәше Нина Николаевна республика етәкселегенә ауыр ваҡытта ғаиләләренә күрһәтелгән ярҙам һәм хушлашыу сараларын ойоштороуҙа булышлыҡ иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
Константин Толкачёвты Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләнеләр.
Башинформ.