

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар — тыуған ил өсөн фиҙакәрлеккә, ҡаһарманлыҡҡа барырға әҙер ысын геройҙар. Махсус хәрби операция ветерандарының береһе Ғайса Батыр улы Ғәтиәтуллин менән осрашыу өсөн Йылбулаҡтамаҡ ауылынана юл тоттом. Төҙөк хужалыҡ, сәскә түтәлдәре булған өй яны участкаһы минең иғтибарымды йәлеп итте. Өйҙә ҡоймаҡ еҫе аңҡый, рәхәтлек уһәм дымлылыҡ бөркөлә ине. Хужабикә Римма Миневәнер ҡыҙы мине йылмайып ҡаршы алды. Азамат менән Римма Ғәтиәтуллиндар инде куп йылдар бергә. Римманың ике улы булғанда ҡауышҡандар. Бергәлеп ҡыҙҙары Лиананы үҫтергәндәр.
— Яҙмыш ҡушыуы буйынса ла, тормош буйлап яңынан бергә барырға ла тура килде, — тип һөйләй Римма. — Балаларҙы намыҫлы, хеҙмәт һөйөүсән, яҡшы кешеләр итеп үҫтерҙек. Улдарыбыҙ атаһын хөрмәт итә.
Улдары өйләнгән, үҙ ғаиләләре менән йәшәй, ҡыҙҙары кейәүҙә. Олатай менән өләсәйҙе ейән-ейәнсәрҙәре һөйөндөрә. Ғәтиәтуллиндарҙа улар бишәү. Белеме буйынса аш-һыу оҫтаһы Римма ире контрактҡа ҡул ҡуйып СВО зонаһына китергә ҡарар ҡылған ваҡытта Төньяҡта вахта буйынса эштә була. Үҙенең ҡатынының һәм балаларының ризалығынан башҡа китеү ҡарарын инде ул барыһы өсөн дә тынысыраҡ буласағы менән аңлатты.
— Илебеҙ өсөн был ауыр ваҡытта күптәр хеҙмәт итергә китте. Мин дә булдыра аласаҡмын, түҙәсәкмен, Ватанға файҙа килтерәсәкмен, тинем, — тип әйтә Азамат. — Ғаиләмә иҫән-һау өйләнеп ҡайтырмын, тип уйлағайным. Үҙем һәм хеҙмәттәштәрем өсөн һәр саҡ доға ҡылдым. Хеҙмәткә элеккәс, бер нәмә тураһында ла уйламаным, ҡурҡманым һәм үкенмәнем. Төп уйым ниндәй хәл-шарттарға ҡарамаҫтан, алға барырға һәм командирҙарҙы тыңлау ине. Хатта күпмелер ваҡыт ғаиләм һәм балалар тураһында ла оноттом. Ҡурҡманым, сөнки ысын батырлыҡ ҡурҡаҡ булмауҙа түгел, ә уны еңеүҙә.
Азамат Ғайса улы ғүмер буйы малсылыҡта эшләгән. Ул һәр ваҡыт саф һауала булған, физик хеҙмәт менән шөғөлләнгән, һәр ваҡыт көслө, сәләмәт, сыныҡҡан һәм сабыр кеше булған. Мал-тыуар көткәндә, теләһә ниндәй һауа шарттарында күпме йүгерергә, күпме хәрәкәтләнә. Бына ошо физик әҙерлек уға һуғыш шартларында ярҙам иткән. Уға һуғыш ауырлыҡтарын бик күп кисерергә тура килгән.
—Иң мөһиме, ауыр хәлгә элекмәҫ өсөн, һәр нәмәгә иғтибарлы булырға кәрәк: дондар оса, аяҡ аҫтында мина булырға мөмкин, алда — дошмалдар, — тип һөйләй ветеран. Барыһына ла түҙергә, туҙергә мөмкин, әммә иң ҡурҡынысы — иптәштәреңде юғалтыу, — тип әйтә ул. Ул үҙенең позывнойы тураһында йылмайып һөйләй, сөнки уны бик ҡыҙыҡ бер хәл ваҡытында биргәндер. Тыванан хеҙмәттәшләре менән һөйләшкәндә, ҡайһы бер һүҙҙәрҙең оҡшашлығы тураһында һорау бирәләр: «Баҡа һүҙе руссаға нисек тәржемә ителә?». Лягушка (баҡа), тип әйтергә кәрәк ине, ә ул жаба (гөбөрлө баҡа), тип әйтә. Барыһына ла күңелле булып китә һәм «Жаба» ҡушаматы йәбешеп ҡала. Уның яҡшы физик әҙерлегенә ишара итеп, һәр ваҡыт шаярталар: «Гөбөрлө баҡа барыһынан йырағыраҡ һикерергә тейеш!» — тип, дуҫтарын дустарын иҫкә ала Азамат.
Хәҙерге ваҡытта МХО зонаһында булған улдары тураһында һүҙ сыҡҡас, Римма Миневәзир ҡыҙының күҙҙәренә йәш тулды. Улар тураһында уйламайса бер минутым булһа ла үтмәй, тип әйтә ул. Әсә балалары иҫән-һау ҡайтһын тип, доға итә. Азамат Ғайса улы — улдары өсөн яҡшы үрнәк. Ул уларға ҡарар ҡабул итеүҙә этәргес булған. «Атай китте, беҙ ҙә уның артынан!», — тип, улар шундай ауыр юлға ҡуҙғалалар.
Азамат Ғайса улы әлеге ваҡытта өйҙә. Сәләмәтлеге буйынса демобилизацияланған. Оҙаҡ ваҡыт госпиталдәрҙә дауалана, күреү һәләтен юғалтҡан һәм аяҡтары менән ҙур проблемалар бар. Ватанға тоғро хеҙмәте өсөн ысын күңелдән рәхмәт белдерәбеҙ! Һәр ваҡыт үҙ геройҙарыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Азамат Ғайса Ғәтиәтуллин Рәсәй Федерацияһының Дәүләт бүләгенә тәҡдим ителә һәм «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. Үҫеп килгән быуынға ул ныҡ, сәләмәт булып, һәр яҡлап оҫта булып үҫеүҙәрен теләй. Балаларҙың һуғыш күрмәүен, туп-тулы ғаиләлә һәм тыныс донъяла йәшәүен теләй!
Башҡортостан Республикаһы буйынса «Ватанды һаҡлаусылар» махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға дәүләт ярҙамы фондының филиалы уға Рәхмәт хаты тапшырҙы. Ейәндәре олтатайҙарының фиҙаҡәр хеҙмәтен дауам итә. Тыныс тормошта беҙҙең хәрби ветерандарға гуманитар ярҙам күрһәтеүгә өлөш индерә. Башҡортостан Республикаһы буйынса «Ватанды һаҡлаусылар» махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға дәүләт ярҙамы фондының филиалы уға Рәхмәт хаты тапшырҙы. Ейәндәре олтатайҙарының фиҙаҡәр хеҙмәтен дауам итә. Ғәтиәтуллиндар ғаиләһе Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Немец-фашист Германияһын Еңеү көнө алдынан уларҙың батырлыҡтарын иҫкә төшөрәһе килә. Ғәтиәтуллиндар ғаиләһенә ныҡлы сәләмәтлек, тыныс ҡартлыҡ, теләктәре тормошҡа ашһын. Өйҙә ҡоймаҡ еҫе аңҡып торһон, бала-сағалар йүгерһен, улдары Еңеү менән иҫән-һау тиҙерәк әйләнеп ҡайтһын! Барығыҙға ла тыуған еребеҙҙә бәхет теләйбеҙ!
Зөлфиҙә МУЛЛАҒӘЛИЕВА,
Автор фотоһы.