Дим буйҙары
-3 °С
Облачно
Общие статьи
15 Мая , 13:06

Ике йылда биш госпиталдә эшләгән

Айгөл Заһиҙуллина – “Ферзь” позывнойлы хәрби табип. Ул – хирург, невролог, хәрби-табип комиссияһы табибы, реабилитолог. Ике йыл эсендә Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары биләмәһендәге биш госпиталдә эшләп өлгөргән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ике йылда биш госпиталдә эшләгәнИке йылда биш госпиталдә эшләгән
Ике йылда биш госпиталдә эшләгән

Ватанды һаҡлаусылар көнөндә уға республика Башлығы Радий Хәбиров юғары награда – Генерал Шайморатов миҙалын тапшырҙы.

– Минең өсөн был награда айырыуса ҡәҙерле, сөнки ул бөтә республика өсөн батырлыҡ символына әүерелгән шәхестең исемен йөрөтә, – ти Айгөл.

Хәрби табиптың иңендә – йөҙҙәрсә ҡотҡарылған ғүмерҙәр, һуғыш шарттарында, төрлө госпиталдәрҙә уңышлы яһалған операциялар. Үҙе ҡотҡарған һәр яугир менән бергә ҡыуана. Уларҙың барыһы ла Айгөлдөң МХО-ла күргән-кисергәндәре тураһында яҙған китабының геройҙарына әйләнгән. Был китап “Ферзь” – үҙ күҙҙәрең менән” тип атала.

Айгөлдөң хыялы – "Ферзь" тип аталған күп функциялы халыҡ-ара реабилитация һәм тергеҙеү медицинаһы үҙәге асыу. Хәҙер ҡыҙ өсөн был - тормоштағы төп маҡсаттарының береһе.

"Башҡортостан" гәзитенән.

Ике йылда биш госпиталдә эшләгән
Ике йылда биш госпиталдә эшләгән
Автор:
Читайте нас