

БР дәүләт техника тикшереүенең (Гостехнадзор) Бишбүләк районы буйынса секторы трактор хужаларының техник яҡтан төҙөк хәлдә тотоу менән ҡыҙыҡһыныуын арттырыу маҡсатында Уҫаҡ-Кисеү ауылындағы Калинин ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы менән берлектә физик заттар араһында «Йыллыҡ техник ҡарау өсөн иң яҡшы әҙерләнгән трактор» тигән конкурс ойошторҙоды. Барлығы 15 трактор hәм биш прицеп тәҡдим ителде. Техниканы ҡарау барышында руль идараһының, тормоз системаһының, тышҡы яҡтылыҡ приборҙарының төҙөклөгө, тауыш сигнализацияһы кеүек хәүефһеҙлек параметрҙары, шулай уҡ медицина аптечкаһы, янғын һүндергес һәм авария билдәһе менән комплектланғанлығы тикшерелде. Шулай уҡ техника хужалары менән эксплуатация ваҡытында мәжбүри талаптарҙы үтәү буйынса профилактик әңгәмәләр һәм консультациялар үткәрелде. Конкурста еңеүселәргә грамоталар hәм бүләктәр тапшырылды.
Руслан ЯКОВЛЕВ, сектор мөдире — Бишбүләк районында Гостехнадзор буйынса баш дәүләт инженеры