Дим буйҙары
+21 °С
Облачно
Общие статьи
16 Мая , 07:00

Уҙған тәүлектә яғындарҙа өс кеше һәләк булған

Фажиғәләр Шишмә районында Һәм Өфөлә булған, тип хәбәр итә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса идаралығы.

Уҙған тәүлектә яғындарҙа өс кеше һәләк булғанУҙған тәүлектә яғындарҙа өс кеше һәләк булған
Уҙған тәүлектә яғындарҙа өс кеше һәләк булған

Беренсе янғын Шишмәнең «Нефтсе»ауыл хужалығы берекмәһендә булған, унда бүрәнә өй һәм мунса янып киткән. Урынға тиҙ арала янғын һүндереүселәр һәм Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре килгән. Бергәләп улар утты һүндерә, әммә емереклектәрҙе һүткән ваҡытта ике кеше һөлдәһе килеп сыға. Хәҙер уларҙың шәхестәре асыҡлана.

Икенсе фажиғә Өфөнөң Яр буйы урамында була. Унда көнкүреш өсөн үҙгәртеп ҡоролған бина яна. Янғын һүндереүселәр асыҡ янғынды оператив рәүештә бөтөрә алған. Әммә янғын һүндереү барышында 47 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табыла.

Янғындарҙың сәбәптәре асыҡлана. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәүефһеҙлек талаптарын үтәргә һәм көнкүреш приборҙары менән һаҡ эш итергә саҡыра.

Фото Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы сайтынан 

 
Уҙған тәүлектә яғындарҙа өс кеше һәләк булған
Уҙған тәүлектә яғындарҙа өс кеше һәләк булған
Автор:
Читайте нас