Дим буйҙары
+29 °С
Облачно
Общие статьи
25 Мая , 06:51

МХО геройҙары – илнең идарасылар класының нигеҙе

Кремлдә Президент Владимир Путин “Геройҙар вакыты” белем биреү программаһының беренсе ағымын тамамлаусылар менән осрашты. Программаны Рәсәй Президенты ҡаршыһындагы халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы (РАНХиГС) Дәүләт идараһы юғары мәктәбе тарафынан “Рәсәй – мөмкинлекләр иле” Президент платформаһы менән берлектә ғәмәлгә ашырыла.

МХО геройҙары – илнең идарасылар класының нигеҙеМХО геройҙары – илнең идарасылар класының нигеҙе
МХО геройҙары – илнең идарасылар класының нигеҙе

Дәүләт башлығы үҙ сығышын Луганск Халыҡ Республикаһындағы Старобельский һөнәри колледжының уҡыу корпусына һәм дөйөм ятағына Украина һөжүменән башланы.

Президент айырым иғтибарҙы дөйөм ятаҡ янында бер ниндәй хәрби билдәләнештәге объекттар, махсус хеҙмәттәр объекттары йәки уларга оҡшаш хеҙмәттәр булмауына йүнәлтте.

Ул шулай уҡ һөжүмдең осраҡлы булмауы тураһында әйтте. “Өс тулҡында, 16 БПЛА бер үк урынға һөжүм итә. Тағы бер тапҡыр Украина Ҡораллы Көстәре хәрбиҙәренә мөрәжәғәт итергә теләм: легитим булмаған хунтаның енәйәт ҡылған приказдарын үтмәгеҙ. Юғиһә һеҙ үҙегеҙ лә был енәйәттәрҙә ҡатнашаһыҙ, – тине дәүләт башлығы. – Украинаның ғәмәлдәре билдәле: был – фронтта тотош уңышһыҙлыҡ. позицияларҙы, торлаҡ пункттарҙы, территорияларҙы кире ҡайтарып ҡалдырып сигенеү.

Владимир Путин һыҙыҡ өҫтөнә алыуынса, Украина армияһының колледжға һөжүме менән бәйле рәүештә тикшереү үткәреләсәк, һәм Рәсәй Тышҡы эштәр министрлығына был енәйәт тураһында халыҡ-ара ойошмаларға хәбәр итергә йөкләмә бирҙе.

– Киев режимына, һис шикһеҙ, бындай енәйәттәр фронтта да, илдә дә булған ваҡиғаларҙан иғтибарҙы ситкә йүнәлтеү өсөн кәрәк, — тине дәүләт башлыгы.

Владимир Путин әйтеүенсә, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан геройҙар илдең идарасылар класының нигеҙен тәшкил итергә тейеш, улар "Рәсәй еренең тоҙо" тип билдәләнде. Улар, тип өҫтәне Президент, дошман янында ҡаты һынауҙар аша үтәләр, нәҡ бына шуға күрә тап бына шундай кешеләр буласаҡ идарасыларҙың нигеҙен тәшкил итергә тейеш. Ул был кешеләрҙең Ватанға тоғролоҡтарын, уның өсөн, уның мәнфәғәттәре өсөн көрәшкән, фиҙакәрлеккә әҙер булыуҙарын иҫбатлауҙары тураһында әйтте. Владимир Путин өҫтәп әйткәнсә, Дәүләт власть думаһына депутатлыҡҡа тауышҡа ҡуйыласаҡ махсус хәрби операция ветерандарына ярҙам итәсәк.

– Беҙ бөтә һынауҙарҙы ла уңышлы уҙасаҡбыҙ. Быға бер төрлө лә шик юҡ. Унан һуң беҙ, барынан ла элек һеҙ, һеҙҙең быуын кешеләре, һәм һеҙҙең арттан барыусылар илде үҙ ҡулдарына алырға, уны бөтә йүнәлештәр буйынса үҫтерергә, яҡларға тейешбеҙ. Ышанам ни, һеҙгә таянып, беҙ был уртаҡ изге максатка ирешербеҙ. Рәсәй гел теләсә ниндәй ауыр һынауҙарҙы ла еңеп сыҡты һәм был мәңге үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ алырға һәләтле кешеләргә таянып эшләнде, – тине Владимир Путин. – Һеҙ инде беләһеҙ, был залда ла шундай кешеләр бар. Хәҙер өс кеше Рәсәй субъекттарын етәкләне — субъекттар башлыҡтары булдылар. Ауыр һынауҙарҙы үткән кешеләр инде Рәсәй төбәктәрендә эшләйҙәр, муниципалитеттарҙы, ҡалаларҙы, торлаҡ пункттарҙы етәкләйҙәр. 11 кеше Рәсәй Президенты хәкимиәтендә, эре компанияларҙа эшләй. Оло һынауҙар аша үткән кешеләр үҙ өҫтөнә тағы ла күберәк яуаплылыҡ алһын өсөн беҙ ҙә киләсәктә барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Күптәр властың тулы хоҡуҡлы органдарында эшләй, ә ҡайһы берҙәре хәҙер Дәүләт думаһына депутаттар һайлауҙа ла ҡатнашасаҡ. Һис шикһеҙ, һеҙгә ярҙам итәсәкбеҙ.

"Геройҙар ваҡыты" программаһы Президент академияһының Дәүләт хакимлығы юғары мәктәбе тарафынан "Рәсәй — мөмкинлектәр иле" Президент платформаһы менән берлектә ғәмәлгә ашырыла. Ул 2024 йылдың май айында башланып китте һәм ике йыл эсендә 82 сығарылыш уҡыусыһының 70-е дәүләт һәм муниципаль идара итеү системаһында, дәүләт компанияларында үҫеш һәм институттарында төрлө вазифаларға билдәләнде. Программаны Президент Владимир Путин башлап ебәрҙе. Проект идеяһы менән дәүләт башлығы 2024 йылдың февралендәге Юлламаһына мөрәжәғәт итте. Программаның маҡсаты — әлеге һәм элекке хәрби хезмәткәрләр араһынан югары квалификациялы етәкселәр әҙерләү.

“Луганск Халыҡ Республикаһы менән бергә ҡайғырабыҙ. ВСУҙың кешелекһеҙ һөжүме ҡорбандары Старосельский колледжының студенттары булды. Бөтә республика исеменән һәләк булыусыларҙың тугандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашам. Барлыҡ зыян күреүселәргә тиҙерәк терелеүҙәрен теләйем. Ышанам, был ҡот осҡос терактты ҡылған кешеләр һис һүҙһеҙ язаһын аласаҡтар.

Беҙҙең туғандаш республикабыҙҙың барлыҡ халҡына — көс һәм ныҡлыҡ. Башҡортостан һәр ваҡыт һеҙҙең менән”, — тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.

Старобельскийҙа фажиғә урынында ҡоткарыу-эҙләү эштәре тамамланған. Һөҗүм һөҙөмтәһендә 21 кеше һәлак булған.

Луганск Халык Республикаһы башлығы хакимиәте тулы исемлекте баҫтырҙы һәм һәләк булыусыларҙың ғаиләләренең ҡайғыһын уртаҡлашты. Исемлектә 2003-07 йылғы 18 ҡыҙ һәм 3 егет. ЛНР башлығы Леонид Пасечник 24 һәм 25 майҙы Украина режимының террорсылыҡ һөжүме ҡорбандары буйынса матәм көндәре тип иғлан итте.

Фото: kremlin.ru

МХО геройҙары – илнең идарасылар класының нигеҙе
МХО геройҙары – илнең идарасылар класының нигеҙе
Автор:
Читайте нас