

Күңелдәрҙә оҙаҡ һаҡланыр шатлыҡлы ла, бер аҙ моңһоу ҙа ул һуңғы ҡыңғырау байрамы. Ҡыңғырау сыңы уҡыу йылы тамамланыуҙы ғына түгел, ә өлкән класс уҡыусылары өсөн ғүмерҙең иң наҙлы, ғәмһеҙ мәле - бала саҡ менән хушлашыу ҙа.
Уҡыусылар араһында бөтә Рәсәй олимпиадаһы призерҙары, республика ғилми - ғәмәли конференциялары, конкурстар һәм спорт ярыштары еңеүселәре бар. Әлеге сығарылыш уҡыусылары Башҡортостан кооператив техникумының ситтән тороп уҡыу студенттары ла булып тора. Һеҙҙе алда ҙур тормош көтә. Бөтә башланғыстарҙа ла уңыштар теләйбеҙ! Аҡ юл һеҙгә, йәштәр!
https://vk.com/public202087847