Дим буйҙары
+17 °С
Облачно
Общие статьи
28 Мая , 19:00

Мәләүез ирекмәне БПЛА операторы булып хеҙмәт итә

Был ҡалала тыуып кән Андрей махсус хәрби операция башланғандан алып ирекмәнлек менән шөғөллләнгән, гуманитар ярҙам колонналары менән фронтҡа йөрөгән. Әммә 2025 йылда Курск өлкәһендәге Суджа ҡалаһында күргәндәренән һуң, ул контракт төҙөп, хәрби хезмәткә китергә ҡарар иткән.

Мәләүез ирекмәне БПЛА операторы булып хеҙмәт итәМәләүез ирекмәне БПЛА операторы булып хеҙмәт итә
Мәләүез ирекмәне БПЛА операторы булып хеҙмәт итә

Хәҙер ул Мәскәү хәрби округының 71-се айырым пилотһыҙ системалар полкында хеҙмәт итә, БПЛА операторы вазифаһын башҡара. «Бурый» позывнойлы яугир әйтеүенсә, ул "ут ярҙамы күрһәтеү"ҙе тәьмин итә һәм яралыларҙы эвакуациялауҙа ҡатнаша.

Андрей өсөн был көрәштең шәхси мәғәнәһе лә бар. Уның өләсәһе Аграфена Рябчук Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Харьковтан Башҡортостанға эвакуацияланып, тылда хеҙмәт иткән. Яугир әйтеүенсә, бөгөн ул тап бына ата-бабалары һаҡлап ҡалған Ватан өсөн көрәшә.

Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан хәрбиҙәрҙең береһе булараҡ, Андрей еңеүгә ышанысын юғалтмауын әйтә:

— Беҙҙең олатайҙар һәм өләсәйҙәр фашизмды еңгән, илде яңынан тергеҙгән. Тимәк, беҙ ҙә еңәсәкбеҙ, — ти ул.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү тураһында барлыҡ ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы 122 телефоны буйынса бирергә мөмкин.

kiziltan.ru

Мәләүез ирекмәне БПЛА операторы булып хеҙмәт итә
Мәләүез ирекмәне БПЛА операторы булып хеҙмәт итә
Автор:
Читайте нас