

Нефтекама ҡалаһында “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты буйынса 11 000 квадрат метрҙан ашыу майҙанлы үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркы яңыртыла, тип хәбәр иттеләр республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан.
Паркта күҙәтеү тәгәрмәсе янында былтырғы төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш биреүҙә еңеүсе проектты тормошҡа ашыра башланылар. Конкурс процедуралары тамамланған, подрядсы билдәләнгән, һәм парктың был өлөшө йәйге миҙгел аҙағына танылмаҫлыҡ булып үҙгәрәсәк.
– Былтыр тауыш биреү йомғаҡтары буйынса беҙҙә әһәмиәтле объект — “Гулливер” паркы еңде. Беҙ үҙәк паркыбыҙҙы тергеҙәсәкбеҙ, фонтанды тәртипкә килтерәсәкбеҙ. Шулай уҡ спорт зонаһы барлыҡҡа килеүе көтөлә. Был ҙур бетон скейтпарк, шулай уҡ йәйәү йөрөү зонаһы, бәләкәй стационар булмаған сауҙа объекттары, ял итеү зоналары һәм балалар майҙансығы буласаҡ. Яңыртылған паркта төрлө йәштәге кешеләргә уңайлы буласаҡ. Балаларға – балалар майҙансығында, спорт үҫмерҙәренә — скейтпаркта, ә өлкәндәргә йәйәү йөрөү зоналарында һәм ял итеү майҙансыҡтарында, — тип һөйләне Нефтекама ҡалаһы хакимиәте башлығының төҙөкләндереү буйынса урынбаҫары Айрат Ғималетдинов.
Ҡала паркы концепцияһы билдәле әҙәби әҫәр – “Гулливер сәйәхәттәре” тематикаһында башҡарылған, ул персонаждарҙы ҡулланыуҙа, арт-объекттар һәм төҙөкләндереү элементтары масштабындағы уйында, уйын майҙансыҡтарында һәм ял итеү зоналарында бәләкәй архитектура формаларында күҙәтелә.
Йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү буйынса эштәр 2026 йылдың 1 ноябренән дә һуңға ҡалмайынса тамамланырға тейеш. Парк балалар, үҫмерҙәр һәм өлкәндәр өсөн йәлеп итеү урыны буласаҡ.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.