

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә мәҙәниәт Һарайы ысын мәғәнәһендә шатлыҡ утрауына әйләнде. Күңелле көйҙәр яңғыраған майҙанға балаларын етәкләгән ата-әсәләр, уҡыусы балалар йыйылды. Кемнеңдер ҡулында шар, кемдеңдер битендә рәсем, ә һәр кемдең күңелендә байрам рухы ине.
Байрам программаһы бай ине: халыҡ уйындары, спорт ярыштары, аттракциондар, конкурстар. Бында һәр бала күңеленә оҡшаған шөғөл тапты, кемдәрҙер үҙен етеҙлектә һынап ҡараны, икенселәр батутта һикерҙе, өсөнсөләр сәхнәлә йырланы һәм бейене. Байрамда барыһына да бигерәк сараларҙа ҡатнашыу, аралашыу һәм күңел күтәренкелеге мөһимерәк ине. Клоун һәм башҡа костюмдар кейгән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре бәйгелә ҡатнашҡан һәр баланы тәмлекәстәр менән ҡыуандырҙы. Был көндә тәбиғәт тә һөйөндөрҙө, сағыу ҡояш аҫтында төрлө тамашалар, шат тауыштар яңғырап торҙо, ә майҙан бушап ҡалыуға, тәүге тамсылар тыпылдай башланы.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА фотолары.