Дим буйҙары
+24 °С
Облачно
Общие статьи
1 Июня , 17:49

Һәйкәл бронзанан ҡойоласаҡ

Ә улай эшләү тураһында автор тик хыялланған ғына.

Һәйкәл бронзанан ҡойоласаҡҺәйкәл бронзанан ҡойоласаҡ
Һәйкәл бронзанан ҡойоласаҡ

Өфөнөң "Башҡортостан" дәүләт концерт залында Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау буйынса Күҙәтеү советының сираттағы ултырышы үтте.

Башҡортостан мәҙәни ҡомартҡыларының дәүләт объекттарын һаҡлау буйынса идаралыҡ начальнигы Салауат Ҡолбахтин билдәләүенсә, ошоға хәтлем һәммәһе лә Салауат Юлаев һәйкәленә реставрация эштәре менән яҡындан танышҡан.

Рәсәй художество академияһы президенты Василий Церетели әйтеүенсә, һәйкәл баштан уҡ бронзанан эшләнергә тейеш булған, уны автор уны нәҡ шулай күргән. Василий Зурабович ышаныс белдергәндәре өсөн республика етәкселегенә оло рәхмәтен еткерҙе, ҡулдан килгәнсә бөтә уй-маҡсаттарҙы ла тормошҡа ашырасаҡтарын әйтте һәм былай тип өҫтәне:

– Һәйкәл бронзанан эшләнеп урынына урынлаштырырға тейеш, ә ҡоростан эшләнгәне музей эскпонаты булһын. Йәш быуынға һәйкәлде күреп үҫеү һәр йәһәттән дә отошло. 

– Һәйкәлдең хәл-торошо тураһында төрлө хәбәрҙәр йөрөй, – тине Рәсәй художество академияһының реставрация фонды департаменты директоры Анна Пышта. – Беҙ үҙәк ғилми-тикшеренеүҙәр институты менән хеҙмәттәшлек иттек. Металдың һәм ҡоростоң составын ентекләп тикшерҙек.

Анна Пышта билдәләүенсә, анализдар үткәргән уларҙың ҡарамағындағы лаборатория күрһәтеүенсә, ҡоросҡа бронза бер ҙә ҡушылмаған булған. Ә улай эшләү тураһында автор тик хыялланған ғына. Был йәһәттән бер ниндәй йәшерен эш юҡ, теләгәндәр ошо документ менән яҡындан таныша ала. Улар һәйкәлдең дүрт урынынан өлгөләрҙе алып тикшергән-танышҡан.

Анна Сергеевна ҡорос һәйкәлдең ныҡ таушалыуына баҫым яһаны.

Башҡортостан мәҙәни ҡомартҡыларҙың күсемһеҙ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Данир Ғәйнуллин һәйкәлгә бәйле үҙенсәлекле архив документтарына юлыҡҡан. Ысынлап та, тәүҙә бөтәһе лә һәйкәлде бронзанан ҡойорға уйлаған. Был турала эшлекле һөйләшеүҙәр күп алып барылған. Әммә аҡсаны экономиялау маҡсатында уны ҡоростан эшләгәндәр.

Фото: Илдар Аҡъюлов.

Һәйкәл бронзанан ҡойоласаҡ
Һәйкәл бронзанан ҡойоласаҡ
Автор:
Читайте нас