Дим буйҙары
+14 °С
Облачно
Общие статьи
4 Июня , 15:46

Владимир Путин рус теленең әһәмиәтен билдәләне

Был йәһәттән мәктәптәрҙә дәрестәр һаны ла арттырылыуы мөмкин.

Владимир Путин рус теленең әһәмиәтен билдәләнеВладимир Путин рус теленең әһәмиәтен билдәләне
Владимир Путин рус теленең әһәмиәтен билдәләне

Владимир Путин рус телен өйрәнеү системаһын камиллаштырыуҙы дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлеше тип атаны.

Ул әйтеүенсә, яҡын арала юғары уҡыу йорттары өсөн "рус теле дәүләт теле булараҡ" модулен эшләү башланасаҡ. Ул юғары белем биреүҙең берҙәм үҙәгенең бер өлөшө булырга тейеш.

Ә юғары уҡыу йорттарына Президент рус теле факультетын асырға саҡырҙы.

"Беләм, уҙған йыл Вернадский исемендәге Ҡырым федераль университетында рус теле һәм әҙәбиәте факультеты булдырылды. Һәм ҡырымлылар үрнәгенә башҡа федераль юғары уҡыу йорттары ла эйәрер тип өметләнәм", - тине ул.

Шул уҡ ваҡытта башланғыс мәктәптең буласаҡ уҡытыусылары өсөн телде лә, әҙәбиәтте лә өйрәнеү өсөн сәғәттәр һанын арттырырға кәрәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә плды Путин. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, был предметтар дөйөм һөйләм культураһы һәм эстетик күҙаллауҙар формалашыуға туранан-тура йоғонто яһай, был аҙаҡ сиктә балаларҙы тәрбиәләүгә һәм уҡытыуғаьәьҫир итә.

Фото: ria.ru

Владимир Путин рус теленең әһәмиәтен билдәләне
Владимир Путин рус теленең әһәмиәтен билдәләне
Автор:Гумерова Л
Читайте нас