Дим буйҙары
+15 °С
Облачно
Общие статьи
10 Июня , 10:00

Маҡар ауылы янындағы юл участкаһы төҙөкләндерелде

Урындағы халыҡ оҙаҡ йылдар буйына юлдағы ауырлыҡтар менән интеккән.

Маҡар ауылы янындағы юл участкаһы төҙөкләндерелдеМаҡар ауылы янындағы юл участкаһы төҙөкләндерелде
Маҡар ауылы янындағы юл участкаһы төҙөкләндерелде

Эшселәр Стәрлетамаҡ - Белорет - Магнитогорск юлының 8 саҡрымын тәртипкә килтерҙе, тип хәбәр иттеләр республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан. Капиталь ремонт “Йәшәү өсөн инфраструктура” (национальный проект “Инфраструктура для жизни“) милли проекты ярҙамында башҡарылған.

Быға тиклем Маҡар ауылы янындағы участкала ҡырсынташ япмаһы түшәлгәйне. Урындағы халыҡ оҙаҡ йылдар буйына юлдағы ауырлыҡтар менән интеккән. Эштәр барышында подрядсы ойошма юлдың ситтәрен һәм нигеҙен нығытҡан, асфальт түшәгән, юлға тамға һалған.

“Трассала эштәр дауам ителәсәк. Яҡын арала 15,5 километр оҙонлоғондағы участканы капиталь ремонтлау планлаштырыла. Артабан был трасса Өфө - Инйәр - Белорет маршрутына альтернатива булып хеҙмәт итәсәк. Уның буйынса Ишембай, Бөрйән, Белорет һәм Әбйәлил райондарында күркәм урындарға һәм туристик объекттарға барып етергә мөмкин”, - тип билдәләне республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

“Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты - тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Улар - торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, социаль һәм коммуналь инфраструктура булдырыу һәм уны яңыртыу, күсмә составты яңыртыу иҫәбенә йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанын арттырыу.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Сығанаҡ: bashgazet.ru
Маҡар ауылы янындағы юл участкаһы төҙөкләндерелде
Маҡар ауылы янындағы юл участкаһы төҙөкләндерелде
Автор:
Читайте нас