

Шишмә районында 3,5 километр оҙонлоҡтағы М-5 “Урал” — Шишмә — Аксенов — Ҡырғыҙ-Миәкә юлы участкаһы ремонтланды. Эштәр “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектын (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) тормошҡа ашырыу барышында алып барылды, тип хәбәр иттеләр төбәктең Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан.
Ирек ауылы янындағы участка норматив хәлгә килтерелде. Юлсылар асфальт-бетон япманы яңырта, юл ситтәрен нығыта һәм тамғалар һыҙа.
– М-5 “Урал” – Шишмә – Аксенов – Ҡырғыҙ-Миәкә Рәсәйҙең терәк селтәренә инә. Ул Әлшәй, Дәүләкән, Миәкә һәм Шишмә райондары биләмәләре буйлап үтә һәм М-5 „Урал“ федераль трассаһына сығыуҙы тәьмин итә. Бынан тыш, был туристик йүнәлеш, уның ярҙамында Сусаҡтау, Сатыртау, Ярыштау тауҙарына, шулай уҡ Башҡортостандың иң ҙур күленә — республика халҡы һәм ҡунаҡтары ял итергә яратҡан Асылыкүлгә барып етергә мөмкин, — тине республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
Быйыл М-5 “Урал” — Шишмә — Аксенов — Ҡырғыҙ-Миәкә юлының 16 километрын норматив хәлгә килтереү күҙаллана. Июнь айына Әлшәй һәм Шишмә райондарында 5,2 километр трасса ремонтланған. Ҡалған участкаларҙа эштәр дауам итә. Ремонтты йыл аҙағына тиклем тамамлау күҙаллана. 2026 йылда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты буйынса төбәктә бөтәһе 200 километр самаһы юл һәм 15 күпер ремонтланасаҡ.
“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты — тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Был торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, бөтә социаль һәм коммуналь инфраструктураны булдырыу һәм яңыртыу, хәрәкәт итеүсе составты яңыртыу иҫәбенә йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанының артыуы. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.