

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһе күңелле ваҡиғанан башланды.
– Башҡортостан Башлығы артистарҙы бүләкләне. Тәүгеләрҙән булып дәүләт наградаһын махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт иткән артист-яугир алды. “Башҡортостан” полкының инженер-сапер ротаһының инженер-юл взводы командиры Марсель Фәрхетдиновҡа “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исем бирелде. “Йырсы” позывнойлы яугир МХО биләмәһенә 2023 йылда юллана. Сығышы менән Ҡариҙел районы егете күп һанлы республика һәм төбәк-ара конкурстар лауреаты, үҙенең полкташтары алдында концерт номерҙары менән сығыш яһай. Әлеге ваҡытта ул хеҙмәт итеүен дауам итә.
Марсель Фәрхетдинов бүләкләү тантанаһында бөтә республикаға, Радий Хәбировҡа һәм Башлыҡтың хәрбиҙәр менән үҙ-ара эш итеү буйынса кәңәшсеһе Алик Камалетдиновҡа Башҡортостан хәрбиҙәренә ярҙам иткәне өсөн ҙур рәхмәтен белдерҙе.
Шулай уҡ Радий Хәбиров “Алтын битлек” Милли театр премияһында еңеү яулаған ике театр артистарын һәм хеҙмәткәрҙәрен бүләкләне.
Директор Фирзәт Ғәбиҙуллин етәкселегендәге Өфө “Нур” дәүләт театры коллективы һәм директор Альберт Имаметдинов етәкләгән Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры коллективы Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
– Ике йыл рәттән республикабыҙҙың театр сәнғәте театр аренаһында балҡый. Былтыр беҙ ете “Алтын битлек” алдыҡ. Быйыл Башҡортостандың ике театры йәнә юғары наградаға лайыҡ булды. Был республиканың театр сәнғәтенең юғары кимәле күрһәткесе, – тине Радий Хәбиров.
“Башҡортостандың халыҡ артисы” исемен Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры артисы-ҡурсаҡсыһы Александр Верхоземскийға, “Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре” исемен — Камил Тинчурин исемендәге Татар драма һәм комедия театрының баш режиссеры Айҙар Заббаровҡа, “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” — Өфө “Нур” татар театры актрисаһы Илгизә Муллабаеваға һәм шул уҡ театр актеры Айҙар Хөснөтдиновҡа бирелде.
Башҡорт ҡурсаҡ театрының ҡуйыусы-рәссамы Әнисә Туманшина менән артист-ҡурсаҡсы Виталий Щербаков Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһына лайыҡ булды.
Фото: "Башинформ".