

Дарья Грицаенкоға ҡарап, уның махсус хәрби операцияла ҡатнашыуын күҙ алдына ла килтереүе ауыр. Һөйкөмлө ҡыҙ 18 йәше тулғас, алғы һыҙыҡҡа китә. «Вишня» позывнойлы йәш яугир «БАРС-6» ирекле отряды составында ярты йылдан ашыу хеҙмәт итә. Ул алғы һыҙыҡта ысын һуғышты күрә, яралы хәрбиҙәрҙе ҡоткара һәм уларға беренсе медицина ярҙамы күрһәтә.
«Йәштәр көнө - 2026» фестивалендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дарья Грицаенкоға алғы һыҙыҡта күрһәткән батырлығы өсөн Башҡортостан Башлығының «Башҡортостан ирекмәне» тигән маҡтау билдәһен тапшырҙы.
Өфө районының Красный Яр ауылында тыуып-үҫкән Дарья урындағы мәктәпте тамамлаған. 2024 йылда ул Өфөләге кооператив техникумына «банк эше» йүнәлеше буйынса уҡырға инә. Әммә беренсе курсты тамамламайынса, махсус хәрби операцияға барырға була.
- Уҙған йыл яҙғыһын мин махсус хәрби операция зонаһына гуманитар конвойҙы оҙата барҙым. Һөйләшеүҙәр ваҡытында һуғышсыларҙан алғы һыҙыҡта беренсе медицина ярҙамы күрһәтә алырҙай кешеләр етмәүе тураһында ишеттем. Өйгә ҡайтҡас, «БАРС-6» командиры менән бәйләнешкә керҙем һәм Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә ҡарар иттем. Унан һуң Санкт-Петербургҡа киттем, үҙем түләп Ratmed тактик медицина академияһында белем алдым. Ике аҙна эсендә автомат, пулемет һәм снайпер винтовкаһын ҡулланырға өйрәндем, «санитар-уҡсы» һөнәрен үҙләштерҙем, — тип һөйләй Дарья.
Шулай итеп ул ҡыйыу ҡатын-ҡыҙҙар хеҙмәт иткән «БАРС-6» ирекле отрядына эләгә. Эвакуация төркөмө составында улар яралыларҙы һуғыш яланынан алып сыға, беренсе ярҙам күрһәтә һәм тылға алып килә. Хеҙмәттең беренсе айында Дарья контузия ала һәм өс көн госпиталдә үткәрә. Баш мейеһе һелкенеүгә ҡарамаҫтан, яңынан алғы һыҙыҡҡа ҡайта. «Вишня» әйтеүенсә, ул хеҙмәттәштәре араһында иң кесеһе була, Үҙе хеҙмт иткән ерҙә уны һалдаттар "ҡыҙым" тип атай.
Башинформ.