

1 июлдән рәсәйҙәрҙең айырым категорияларына социаль түләүҙәр күләме арта. Йәшәү статусы үҙгәргән кешеләрҙең суммалары арта. Был турала Дәүләт Думаһының Хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты ағзаһы Екатерина Стенякинаға һылтанып, ТАСС агентлығы хәбәр итә.
Атап әйткәндә, тәүге тапҡыр I инвалидлыҡ төркөмө бирелгән кешеләр пенсияға билдәләнгән түләүҙе икеләтә арттырылған килеш аласаҡ. Әгәр өҫтәмә быға тиклем билдәләнгән булһа, ҡабаттан түләнмәй.
Шулай уҡ 18 йәшкә тиклемге баланы йәки 23 йәшкәсә көндөҙгө студентты үҙ ҡарамағына алған пенсионерҙарға ла өҫтәмә ҡаралған. Был осраҡта пенсияның билдәләнгән өлөшө арттырыла, ә уның күләме тәрбиәгә алынғандарҙың һанына бәйле.
Тармаҡта 30 йылдан ашыу эшләгән ауыл эшсәндәре пенсияның билдәләнгән өлөшөнә 25 процент күләмендә өҫтәмә түләүгә дәғүә итә ала. Әгәр ошо өҫтәмә тәғәйенләнмәгән икән, Рәсәйҙең Социаль фондына ғариза яҙырға кәрәк.
Июль башына тиклем 80 йәше тулған пенсионерҙарға ғаризаһыҙ автоматик рәүештә өҫтәмә түләнә. Ағымдағы йылда билдәләнгән база түләүе 9 584,69 һум тәшкил итә, 80 йәштән һуң ул ике тапҡырға арта, ә пенсионерҙы ҡараған өсөн 1 413,86 һум күләмендә өҫтәмә аҡса түләнә. Шулай итеп, айлыҡ өҫтәмә яҡынса 11 мең һум тәшкил итәсәк. Айырым төбәктәрҙә сумманың урындағы коэффициенттар менән айырылыуы мөмкин.
Сығанаҡ: bashgazet.ru