Дим буйҙары
+20 °С
Ясно
Общие статьи
3 Июля , 19:01

«Алға» иҡтисади зонаһы майҙансығында яңы завод төҙөлә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «ЭкоПромСтрой-Алга» заводы төҙөлөшөнә старт бирҙе. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

«Алға» иҡтисади зонаһы майҙансығында яңы завод төҙөлә«Алға» иҡтисади зонаһы майҙансығында яңы завод төҙөлә
«Алға» иҡтисади зонаһы майҙансығында яңы завод төҙөлә

Киләһе йылда уҡ яңы предприятие төҙөүселәребеҙ өсөн үҙенең тәүге продукцияһын тәҡдим итер, тип ышанам.

– Беҙ илдә бындай ҡеүәткә эйә һәм юғары сифатлы продукция етештергән тәүге автоматлаштырылған производство төҙөй башлайбыҙ, – тине «ЭКОПРОМСТРОЙ» компанияһы директоры Азат Шәмсуаров.

 үҙ сиратында Башҡортостандың идара итеү командаһына проектҡа булышлыҡ иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.. – Заводты сафҡа индереү республиканың торлаҡ һәм социаль объекттары төҙөлөшө өсөн материалдар менән тотороҡло тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк. Журналистар менән әңгәмәлә Башҡортостан Башлығы «Алға» махсус иҡтисади зонаһының тотороҡло эшләүен билдәләне. – Махсус иҡтисади зона планлы үҫешә. Бында ҙур команиялар – «ДоГа», «М-Синтез» – һәм башҡа резиденттар үҙ проекттарын тормошҡа ашыра. Ябай булмаған шарттарға ҡарамаҫтан, инвесторҙар яңы производстволар төҙөүгә байтаҡ аҡса йүнәлтә, – тине Радий Хәбиров. – Ә бөгөн «ЭКОПРОМСТРОЙ» компанияһы уникаль арматуралы газ-бетон етештереү буйынса заманса завод төҙөй башланы.

Яңы заводтыэ сафҡа инеүе “Кадрҙар” милли проекты үтәлешенә үҙ өлөшөн индерәсәк.

/oskon.info

«Алға» иҡтисади зонаһы майҙансығында яңы завод төҙөлә
«Алға» иҡтисади зонаһы майҙансығында яңы завод төҙөлә
Автор:
Читайте нас