

- 2 июль - ай мөгөҙөнә "силәк элеп" булһа - көндәр ҡоро булыр. "Силәк элеп" булмаһа - ямғырға.
- 3 июль - әгәр был көндә үрмәкес ауҙарын таратмаһа, ямғыр яуыр. Тағын үрә башлаһа, һауа торошо яҡшыға үҙгәрә.
- 5 июлдә ямғыр яуһа, икмәк уңыр.
- 7 июлдә мул ысыҡ - мул ҡыяр уңышына.
9 июлдә ямғыр яуһа, сентябрь айы буйы ямғырлы булыр. Әгәр көн ҡояшлы булһа, бер атна буйы шундай һауа торошо һаҡланыр.
10 июлдә ямғыр яуһа, Әбейҙәр сыуағы "илаҡ" булыр.
11 июлдә урман тавышһыҙ ғына шаулаһа - ямғырға.
12 июль - Питрау. Был көндән һуң үҫемлектәр үҫеүҙән туҡтай. "Питрау етте - йәй үтте" тиҙәр.
13 июль - кәкүк ҡысҡырыуын дауам итһә, йәй матур һәм оҙаҡ килә, ҡар һуң төшә. Был көндән һуң кәкүк тауышы тынһа, ҡыш иртә килер.
15 июлдә ағастарҙа һары япраҡтар күренһә, иртә көҙ һәм ҡышҡа.
19 июль дымлы булһа, сентябрь ҙә ямғырлы булыр.
20 июлдә ямғыр бер-ике сәғәтләп яуһа - иген өсөн зыянлы.
21 июль төндә Ай тоноҡланһа, июль аҙағы ямғырлы булыр.
23 июль - әгәр ҡайын япраҡтары ағпстың осонан һарғая башлай икән - иртә көҙгә. Аҫтан өҫкә таба һарғая башлаһа, көҙ оҙаҡ килер.
25 июль иртәһендә көслө ысыҡ һәм томан күҙәтелә икән, йәйҙең ҡалған өлөшө ҡоро һәм эҫе булыр.
30 июль - көҙ июлдең һуңғы һәм августың беренсе көнө кеүек булыр. Был көндә йәшен булһа, көҙ ямғырлы, ҡыш буранлы килер.
31 июлдә көн эҫе булһа, декабрь һыуыҡ булыр.
- июль айында ай тотолһа, ашлыҡ шәп уңыр. Көн эҫе торор.
- әгәр болоттар таҫма-таҫма булып ағылһа – ямғыр көт.
- үрмәксе ау үрергә тотонһа, көндәр аяҙға булыр.
- иртә таңда ысыҡ мул төшһә – көн эҫе булыр.
- ысыҡ тиҙ кипһә, балыҡтар һыу өҫтөндә уйнаһа – ямғырға.
- Сәскәләр хуш еҫ бөркһә, эҫе булыр.
- июль – йәйҙең иң кәттә айы, тән үә йөрәк майы.
Һеҙҙең дә июль айына ҡарата үҙ һынамыштарығыҙ булһа, комментарийҙарҙа яҙығыҙ.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА фотолары