

Белгестәр әйтеүенсә, йәйге селләлә һыуһынды ҡандырған иң яҡшы эсемлек – ул һыу. Уға лимон йә ҡыяр киҫәген өҫтәргә мөмкин.
Һыуһынды баҫыр өсөн сәйҙе һыуҙан 1/3 өлөш кәмерәк эсергә кәрәк. Былай иткәндә, эсеү теләге тиҙ баҫылыр. Иң ҡулайлыһы каркаде һәм йәшел сәй һанала. Уны йылыраҡ итеп, шәкәрһеҙ эсһәгеҙ, яҡшыраҡ булыр.
Кеүәҫ эшләп эсергә була: 10 литр һыуға 1–1,2 кг арыш икмәге, 20 г ҡоро сүпрә, 300 г шәкәр ҡомо алына.
Ә бына татлы газлы эсемлектәр эҫе көндәрҙә сәләмәтлек өсөн үтә хәүефле икән. Составында шәкәр күп булғанға күрә, улар организмды тағы ла нығыраҡ һыуһыҙландыра, ти, диетологтар.
Беҙҙең халыҡ иһә элек-электән айран, ҡымыҙ, төрлө үлән сәйҙәре менән һыуһынды баҫыр булған. Шуның менән организмды көс-ҡеүәт менән тулыландырған, иммунитетты нығытҡан.
Ризыҡҡа айырым иғтибар итегеҙ. Ыҫланған, ҡыҙҙырылған һәм тоҙло аҙыҡтарҙы сикләргә, табиптар тәғәйенләгән дарыуҙар эсеү режимын теүәл үтәргә кәңәш ителә.Тиҙ үҙләштерелә торғанына, емеш-еләккә өҫтөнлөк бирегеҙ, айырыуса ҡарбуз, ҡауын, алма ашау яҡшы. Майлы, ауыр аҙыҡтан баш тартығыҙ.