Дим буйҙары
+17 °С
Облачно
Общие статьи
13 Июля , 14:43

Ҙурыраҡ проекттар эшләргә була

Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ кәңәшмәлә Башҡортостан Фәндәр академияһының тикшеренеү эшмәкәрлеге менән таныштылар.

Ҙурыраҡ проекттар эшләргә булаҘурыраҡ проекттар эшләргә була
Ҙурыраҡ проекттар эшләргә була

Академия Президенты Камил Рамаҙанов, учреждение федераль һәм республика дәүләт программаларын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша, тине. 2021 йылдан 2025 йылға тиклем ғилми коллектив төрлө йүнәлештәр буйынса 70-тән ашыу проект һәм аналитик отчет өҫтөндә эш алып барған.

Фәндәр академияһының күп тикшеренеүҙәре төбәк предприятиеларында файҙаланыла. Мәҫәлән, быраулау ҡалдыҡтарын утилләштереү һәм нефть менән бысранған ерҙәрҙе таҙартыу ысулын – “Роснефть” компанияһы, ә скважиналарҙы диагностикалау өсөн актив термометрия технологияһын “ТНГ-групп” компанияһы ҡуллана.

Бынан тыш, тикшеренеү эшмәкәрлеге тәбиғи-ғилми һәм гуманитар йүнәлештәрҙе үҙ эсенә ала. Атап әйткәндә, Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы өсөн Оҙон, Аҡҡош (Лебяжий) һәм Суртан (Щучье) күлдәренең торошона баһа биргәндәр. Белгестәр шулай уҡ “Красноусол” шифаханаһы өсөн яңы минераль сығанаҡтарҙы тикшерә.

Энциклопедик секторҙа “Башҡортостан” төбәк интерактив порталын уңышлы үҫтерәләр. Шулай уҡ Башҡорт энциклопедияһы институты әҙерләгән “Мостай Кәрим” һәм “Мортаза Рәхимов” баҫмалары ла был өлкәлә мөһим ваҡиға булып тора.

Республика Башлығы Фәндәр академияһы коллективына һөҙөмтәле тикшеренеү эшмәкәрлеге өсөн рәхмәт әйтте, шулай уҡ уның эшен Өфөләге Вуз-ара студенттар кампусы майҙансығында ойошторорға тәҡдим итте.

– Беҙҙең өсөн Фәндәр академияһы партнер ойошма булып тора. Мотлаҡ фәнни берләшмә менән ҙур осрашыу үткәрәсәкбеҙ һәм уның эшенең төп йүнәлештәрен ентекләп ҡараясаҡбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Бынан тыш, Фәндәр академияһын беҙҙең кампуста күрһәтеү буйынса ла уйларға кәрәк.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Ҙурыраҡ проекттар эшләргә була
Ҙурыраҡ проекттар эшләргә була
Автор:
Читайте нас