

Май айында Айыт урта мәктәбен көмөш миҙла менән тамамлған бәләкй ҡыҙҙары өсөн Эльнараға һуңғы ҡыңғырау сыңлаған! Был шатлыҡлы ваҡиға — сығарылыш класс уҡыусыһының тырыш хеҙмә т һөҙөмтәһе. Ул яҙмышын медицина менән бәйләргә ниәтләй. 7 июндә оло улдары Денистың балаһы тыуған. Ул ғаиләгә яңы тормош, шатлыҡлы үҙгәрештәр алып килгән. 2 июлдә армиянан кесе улдары Динар ҡайтҡан! Йорт был хис-тойғоларҙан айырыуса йылылыҡ менән тулған.
Илмира Миҙхәт ҡыҙы менән Марат Рифҡәт улы инде 30 йылдан ашыу никахта. Yҙ ҡулдары менән һалынған, hәр мөйөшө йәмле йортта hәр ваҡыт балалар тауышы яңғырап торған. Бәхетле ғаиләлә өс бала тыуып үҫкән бит. Ә хәҙер ейәндәре үҫеп килә. Илмира Йылбулаҡтамаҡ ауыл Советы ауыл биләмәһендә белгес булып эшләй hәм бер үк ваҡытта ВУС (хәрби-иҫәп өҫтәле) алып бара, ә ире Марат Төньяҡта вахта ысулы менән эшләй. Оло улдары Денис атаһы юлынан киткән. Атаһы хеҙмәт иткән урында — Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итеп ҡайтҡас, әлеге ваҡытта улар Төньяҡта бер ойошмала бергә эшләйҙәр. Ул Яңауыл районынан Алһыу исемле ҡыҙға өйләнгән, уларҙың ҡыҙҙары Элина үҫә, уға дүрт йәш hәм күптән түгел генә улдары Дамир тыуған. Улар Бишбүләк ауылында йәшәйҙәр.
«Бәхет — ул барыһы ла өйҙә булғанда», тиҙәр. Кесе улдары Динар армия хеҙмeтенән ҡайтыу менән, йортта тыныслыҡ һәм шатлыҡ та артҡан. Сөнки hәр ата-әсә үҙ балаларының иҫән-һау ҡайтыуын көтә. Әсәһенең улы өсөн борсолоуҙарын бәхет йәштәре балҡый! а ҙур һынауҙар аша үтергә тура килгән бит.
— Башта улым Воронеж өлкәһенең Богучар ҡалаһына эләкте. Июндән декабргә ҡәҙәр фельдшер булып хеҙмәт итте. Сөнки ул армия хеҙмәтенә медицина колледжының өсөнсө курсынан һуң саҡырылған ине. Декабрҙә Белгород өлкәһе сигенә командировкаға ебәрҙеләр. Улыбыҙҙың яҙмышы өсөн ҡурҡыныс ине, ләкин беҙ ныҡ булырға тырыштыҡ. Беҙ, командировкаға ебәрелгән һалдаттарҙың ата-әсәһенең, социаль селтәрҙәрҙә аралаштыҡ, бер-беребеҙҙән яңылыҡтар белдек. Егеттәр элемтәгә сыҡмағанда бигерәк тә ауыр булды. Паникаға бирелдек, борсолоу ҙа булды, улар аралашыу шатлығы менән алмашынды. Шундай һынауҙы беҙгә Хоҙай ебәрҙе, армияла хеҙмәт итеү ил өсөн дә, халыҡ өсөн дә ауыр ваҡыт менән тура килде. Егеттәр молодцы! Йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, сыҙам булдылар, батырлыҡ күрһәттеләр! Күптәрҙең, моғайын, тормошҡа, дoнъяға ҡарашы үҙгәргәндер. Егеттәргә ярҙам иткән, дөрөҫ кәңәштәр, йүнәлеш биргән командирҙарға рәхмәт. Хәрби эшкә өйрәткәндәре өсөн, — тип үҙенең кисерештәре hәм шатлығы менән уртаҡлашты Илмира Ғабдрахманова.
Динар Марат улы 2025 йылдың 10 декабренән «Красная Яруга» тактик йүнәлешендәге «Белгород» төркөмө составында Дәүләт сиген яҡлау буйынса махсус-хәрби бурыстарҙы үтәгән. 2026 йылдың 30 мартында рота фельдшеры Динар Ғабдрахманов, үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, дошман дроны удары аҫтына элeккән яралы хәрби хеҙмәткәрҙе ҡоткара. Ул уны хәүефһеҙ зонаға эвакуациялай һәм медицина ярҙамы күрһәтә. Был тактик медицина эталоны. Грамоталы hәм тактик яҡтан дөрөҫ эш итә. Шуның арҡаһында хәрби хеҙмәткәр иҫән ҡала hәм госпиталгә оҙатыла. Яралыны ҡотҡарғанда күрһәткән батырлығы hәм юғары хәрби-медицина оҫталығы өсөн рядовой Ғабдрахманов Динар Марат улына рота командующийы исенән Рәхмәт хатына лайыҡ була. Ата-әсәһе лә уның командиры И.Д. Поповтан Рәхмәт хаты тапшырыла. Унда бындай һүҙҙәр бар: «Часть командованиеһы һеҙгә улығыҙҙы Ватанды бик яҡшы һаҡлаусы итеп тәрбиәләгәнегеҙ өсө рәхмәт белдерә! Һеҙҙең улығыҙ Ғабдрахманов Динар Марат улы киләсәктә лә хеҙмәт бурысын үтәүҙә өлгө булыр тип ышанабыҙ!». Динар Ғабдрахманов махсус хәрби операцияла ҡатнаша hәм Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы миҙалына лайыҡ була. Ул яңы хәрбиҙәргә яҡшы хеҙмәт итергә, ауырлыҡтарҙан ҡурыҡмаҫа, командирҙарының приказдарын үтәргә ҡуша. Хеҙмәткә әҙерлекте бала саҡтан башларға, физик әҙерлеккә ҙур иғтибар бирергә. Мораль яҡтан тотороҡло һәм төрлө хәлдәргә әҙер булырға кәрәк.
— Дөрөҫ тәрбиә биргәндәре өсөн ата-әсәйемә рәхмәт белдергем килә. Ватан алдында бурысымды үтәп, иҫән-һау тыуған йортома ҡайттым. Туғандарымды, яҡындарымды hәм дуҫтарымды яңынан күреүемә бик шатмын. Артабан уҡыуымды дауам итәсәкмен, үҙемде медицинаға бағышлаясаҡмын, — тип үҙ пландары менән уртаҡлашты Динар.
«Бәхетле ғаиләнең сере нимәлә?», тигән һорауға Илмира Миҙхәт ҡыҙы былай тип яуап бирҙе:
—Әгәр өйҙә үҙүара аңлашыу, мөхәббәт hәм хөрмәт, бер-береңә ҡарата тәрән ихтирам хөкөсм итә икән, ғаилә шул ваҡытта ғына берҙәм hәм бәхетле буласаҡ. Булғанндың ҡәҙерен белергә кәрәк! Сөнки был донъяла ғаиләнән дә мөһимерәк бер нәмә лә юҡ бит. Балаларҙа бала саҡтан уҡ хеҙмәт һөйөүсәнлек, намыҫ, ғәҙеллек hәм өлкәндәргә хөрмәт тәрбиәләргә кәрәк.
Зөлфиҙә МУЛЛАҒӘЛИЕВА.
Фото Габдрахмановтарҙың ғаил архивынан.