Дим буйҙары
+20 °С
Облачно
Общие статьи
8 Июля , 15:49

Гуманитар ярҙам ебәрелде

"Бөтәһе лә фронт өсөн - Бишбүләк" төркөмө ирекмәндәре яугирҙәр өсөн кәрәк-яраҡтар әҙерләп оҙатты

Гуманитар ярҙам ебәрелдеГуманитар ярҙам ебәрелде
Гуманитар ярҙам ебәрелде

Яҡташтарҙың ярҙамы махсус хәрби операциялағы яугирҙар өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Йәйге мәшәҡәттәр күп булыуға ҡарамаҫтан, ауыл ирекмәндәре әүәлгесә маскировка селтәрҙәре үрергә йөрөй. Бынан тыш, алғы һыҙыҡтағыларҙың һорауы буйынса тиҙ арала "леший костюмдары" әҙерләргә ҡушылғайны. Һәр ауылда тиерлек волонтерҙар штабында эш ҡайнай: ҡатын-ҡыҙҙар селтәр үрәләр, үлән сәйҙәре әҙерләйҙәр, дронға ҡаршы шторалар яһайҙар. 

Ошо көндәрҙә "Бөтәһе лә фронт өсөн - Бишбүләк" төркөмө сираттағы гуманитар ылауҙы оҙатты. Бында көнкүреш кәрәк-яраҡтарынан алып, рюкзактар, "подсумкалар", маскировкалау костюмдары, ашлыҡ, бензин менән эшләүсе бысҡылар, канистрҙар, генераторҙар һәм машинаға ҡәҙәр ебәрелде. Бына шулай берҙәм булып, тылдағылар ҙа еңеүҙе яҡынайтыуға тос өлөш индерә. Ошо көндәрҙә махсус хәрби операциялағы яугирҙәр посылкаларҙы, һуғыш кәрәк-яраҡтарын алған һәм район ирекмәндәренә рәхмәттәрен белдерә.   

Ләйлә ҒҮМӘРОВА әҙерләне. 

Гуманитар ярҙам ебәрелде
Гуманитар ярҙам ебәрелде
Гуманитар ярҙам ебәрелде
Гуманитар ярҙам ебәрелде
Гуманитар ярҙам ебәрелде
Гуманитар ярҙам ебәрелде
Автор:Гумерова Л
Читайте нас