

Эйе, һәләк булған хәрби хеҙмәткәр тәрбиәһендә ҡалыу раҫланғанда һәм хоҡуҡ тураһында белешмә булған осраҡта. Өҫтәүенә, МХО-ла ҡатнашыусы улар менән бер торлаҡта теркәлгәнме-юҡмы икәненә ҡарамаҫтан.
Ғаризаны Социаль фондта, Күп функциялы үҙәктә йәки "Дәүләт хеҙмәттәре" аша тапшырырға була.
Документтарҙан кәрәк буласаҡ:
ғариза;
һәләк булған (үлгән) МХО-ла ҡатнашыусының ғаилә ағзаһының паспорты йәки шәхесен раҫлаусы башҡа төр документы;
ведомствоның ғаилә ағзаларының компенсация түләүҙәренә хоҡуғын раҫлаусы белешмәһе;
һеҙ ысынлап та һәләк булыусының ғаилә ағзаһы булыуҙы раҫлаусы документ (никах ҡағыҙы, тыуыу тураһында таныҡлыҡ һ.б.);
торлаҡ йортта йәшәү урыны буйынса теркәлгән граждандар иҫәбе тураһында мәғлүмәт;
тәрбиәлә булыу тураһында суд ҡарары;
торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрен түләүҙе раҫлаған квитанциялар, чек йәки күсермәләр.
Компенсация күләмен нисек иҫәпләргә?
Миҫал:
Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн квитанцияларҙың дөйөм хаҡы алына. Мәҫәлән, 5000 һум.
Фатирҙа нисә кеше теркәлеүе иҫәпләнә. Мәҫәлән, 2 кеше теркәлгән икән ти, закон буйынса һәр кем ошо хаҡтың яртыһын түләргә тейеш, йәғни 2500 һум.
Льгота тик МХО-ла һәләк булыусының ғаилә ағзаһына ғына тәғәйенләнгән. Компенсация уның өлөшөнән иҫәпләнә һәм 60% тәшкил итә. Йәғни, әгәр уның өлөшө 2500 һум тәшкил итһә, компенсация күләме 1500 һум була.