

Һуңғы йылдарҙа йырсының тормошонда шаҡтай үҙгәрештәр булған — ул мәҙрәсәгә уҡырға кергән
— Шөкөр, Аллаһ ҡушканса йәшәй башланым, биш ваҡыт намаҙ уҡыйым. Хәҙер бөтөнләй үҙгәрҙем, — ти Татарстандың халыҡ артисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Рөстәм АСАЕВ. — Әлбиттә, эшкә барам, намыҫ менән йырлайым. Ләкин ниндәйҙер популярлыҡ, ҙур аҡса артынан ҡыумайым. Ваҡытты кәрәкмәгән йыуаныс эҙләп уҙғарғансы, бер доға ятлайым.
Бөгөн кеше акҡс ҡолона әйләнде. Аҡса бер ҡасан да берәүгә лә етмәй. Ә бәхет бөтөнләй унда түгел, быны инде хәҙер ныҡлы беләм. Аҡсаның артығы кәрәкмәй, сөнки исраф ул. Элек миндә лә байлыҡ артынан ҡыуыу булғандыр, хәҙер иһә тыйнағыраҡ йәшәргә тырышам. Хатта ниндәйҙер ҡиммәтле әйбер алһам, ояла ла башлайым. Бөгөнгө тормошомдан бик ҡәнәғәтмен, булғаны етә. Әрһеҙләнеп, ҙур аҡсалар һорап, мине саҡырығыҙ, тип йөрөмәйем. Күңел тыныслығы, яратып бара торған эшең, яратып ҡайта торған йортоң булһын. Бәхет шулдыр. Халыҡҡа бары яҡшылыҡ һәм изгелек эшләү", - тигән йырсы.