

Башҡортостанда күп балалы ғаиләләрҙәге уҡыусылар өсөн һатып алынған мәктәп формаһы, шулай уҡ беренсе класс уҡыусылары өсөн мәктәп кәрәк-яраҡтары тупланмаһы биреү тәртибе раҫланды.
Ярҙам һорап күп функциялы үҙәккә һәм Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенә, шулай уҡ «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша онлайн мөрәжәғәт итергә мөмкин. Тейешле ҡарарға премьер-министр Андрей Назаров ҡул ҡуйҙы.
Хәҙер компенсация һәм тупланмалар өсөн БР Мәғариф министрлығы түгел, ә Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы яуап бирә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, мәктәп формаһы өсөн компенсация ике уҡыу йылына бер тапҡыр бирелә. Уға йән башына уртаса килеме балаға йәшәү минимумы дәүмәленән артмаған күп балалы ғаиләләрҙән 1-11-се класс уҡыусылары хоҡуҡлы.
Мәктәп кәрәк-яраҡтары тупланмаһы күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән беренсе класс уҡыусыларына бирелә. Комплектта 22 предмет: дәфтәрҙәр, тышлыҡтар, көндәлек, ручкалар, ҡәләмдәр, буяуҙар, пластилин, пенал, ранец һәм яҡтылыҡ ҡайтарғыс жилет. Тупланманы 1 сентябргә тиклем алырға мөмкин.
Компенсацияға ғаризалар — 1 сентябрҙән 30 ноябргә, беренсе класс уҡыусыларына тупланмаға 1 майҙан 31 июлгә тиклем ҡабул ителә.
Башҡортостанда хәҙер 75 мең ишле ғаилә йәшәй. Был 2020 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләренә ҡарағанда 14% күберәк. 2025 йылда уларға ярҙам күрһәтеү 1,25 миллиард һум йүнәлтелгән.
Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы