+15 °С
Облачно


Филиал етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина социаль селтәрҙә яҙыуынса, шәхси һорауҙар буйынса ҡабул итеүгә МХО яугирҙарының ғаиләләре лә, ветерандар ҙа килгән.
Яугирҙарҙың ғаилә ағзалары хоҡуҡи мәсьәләләр, түләүҙәр, һаулыҡ һаҡлау, ташламалар тураһында ҡыҙыҡһына.
"Һәр мөрәжәғәт итеүсегә аңлатмалар бирҙем", - тип яҙған Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы.
Хоҡуҡи, юридик, күп яҡлы адреслы ярҙам күрһәтеү дауам итә.