Дим буйҙары
+17 °С
Облачно
Общие статьи
5 Августа , 06:21

Әрем менән дауаланайыҡ

Әремде халыҡ медицинаһында күп кенә ауырыуҙы дауалау өсөн дә ҡулланалар.

Әрем менән дауаланайыҡӘрем менән дауаланайыҡ
Әрем менән дауаланайыҡ

Әрем таҙарта

Беҙҙең эсәклектә файҙалы микробтар ғына түгел, зарарлылары ла йәшәй. Тап бына шулар төрлө ауырыуҙарҙың сәбәбе була ала. Әйтәйек, бауыр сирҙәре, псориаз, диатез, аллергия генә түгел, бәлки инфаркт та шул микроорганизмдарҙың зәхмәте булырға мөмкин. Әрем – эсәкте таҙартырға һәләтле бына тигән үлән. Беҙҙең халыҡ элек-электән кипкән әрем тотҡан. 
+++
Дауаланыу өсөн 100 грамм әрем алына. Баштағы өс көндә кипкән әремде бер сәй ҡалағы самаһында өс сәғәт һайын ҡабып, һәйбәтләп сәйнәгеҙ ҙә, артынан һыу йотоп ҡуйығыҙ.
Өс көндән һуң көнөнә дүрт тапҡыр ғына ҡаба башлағыҙ. Ашау ваҡытына яраҡлаштырыуҙың кәрәге юҡ. Дәуаланыу курсы – бер аҙна. Ошо рәүешле дауаланыу һеҙҙе бабаһырҙан, эстәге паразиттарҙан, геморройҙан, зарарлы бактерияларҙан ҡотҡарыр. Бындай чистарынуны елга ике тапҡыр ҡабатларга кирәк.
Шул уҡ ваҡытта көнөнә ике мәртәбә әрем менән клизма эшләһәң дә һәйбәт була. Бының өсөн бер литр ҡайнаған һыуға 1-2 сәй ҡалағы кипкән әрем алына. Һыу тән температураһына ҡәҙәр һыуынғас, клизма яһарға була.

Йәки шулай эшләргә була: 

- ике аш ҡалағы әрем вағын эмаль һауытҡа һалығыҙ ҙа, бер стакан ҡайнап ҡына сыҡҡан һыуҙы шуның өҫтөнә ҡойоғоҙ. Ҡапҡас ҡаплап, икенсе бер һыулы һауытҡа ултыртып, 15 минут ҡайнатып алығыҙ. Артабан һыуытығыҙ һәм һөҙөгөҙ.
Ҡайнаған һыу өҫтәп, ҡайнатманың күләмен 200 граммға ҡәҙәр еткерегеҙ. Әҙер дарыуҙы һыуытҡыста ике көн һаҡларға ярай. Ашарға 30 минут ҡала, көнөнә өс мәртәбә ярты стакан эсеп ҡуйығыҙ. Дәуалау курсы ике аҙнанан артмаһын. Ике аҙна тәнәфестән һуң, дауаланыуҙы ҡабатлағыҙ.

 

Быуындар һыҙлауҙан  - әрем майы 

Хуш еҫле әремде йыйып, быяла банкаға тығыҙлап тултырырға ла өҫтөнә көнбағыш майы ҡойорға. Артабан бәләкәй кәстрүлгә һыу һалып, шунда банканы ултыртып, талғын утта ике сәғәт ҡайнатып алырға кәрәк. Шуныһы мөһим: был ваҡыт үткәс, һүндереп, шунда һыуынғансы ултырһын. Һуңынан инде майҙы һөҙөп алырға була. Бына бик шифалы май әҙер ҙә. Кис ауыртҡан-һыҙлаған урындарға һеңгәнсе ыуып ятһаң шифаһы ҙур. Берҙән, арыған-талсыҡҡан аяҡ-ҡулға массаж булһа, икенсенән, ауыртыу баҫылып ҡалыр.

 

'Башҡортостандың шифалы үҫемлектәре' китабынан

 

Әрем менән дауаланайыҡ
Әрем менән дауаланайыҡ
Автор:
Читайте нас