Дим буйҙары
+23 °С
Облачно
Общие статьи
8 Августа , 07:22

Алһыу тыуған ауылын көс алыу урыны тип атай

Билдәле Рәсәй йырсыһы Алһыу Башҡортостандың Илеш районы Уяндык ауылына сәфәренән алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты

Алһыу тыуған ауылын көс алыу урыны тип атайАлһыу тыуған ауылын көс алыу урыны тип атай
Алһыу тыуған ауылын көс алыу урыны тип атай

Бер нисә көн артист унда ғаиләһе һәм яҡындары араһында була, был хаҡта үҙенең «ВКонтакте»битендә һөйләй.

Йырсы әйтеүенсә, тап Уяндык менән уның бала сағындағы иң йылы хәтирәләре бәйле. Бында уның атаһы тыуған, ғаилә тамырҙары ошонан килә, шуға күрә йыл һайын тыуған яҡтарына ҡайтыу теләге көсәйә генә бара. "Бер нисә көн тыуған төйәгемдә — Башҡортостанда, Уяндык ауылында, туғандарым һәм яҡындарым менән үткәрҙем. Бында минең бала сағым үтте, атай-әсәйем бында тыуҙы, минең тамырҙарым ошонан. Йыл һайын бында нисек тартылыуымды нығыраҡ аңлайым. Бында мин ысын күңелдән ял итәм, энергия, яҡтылыҡ, тормошҡа һөйөү һәм рәхмәт менән тулыланам,-тип яҙа Алһыу.

Артист бала сағында һәр йәйен ауылда үткәргәнен, һыйыр көтөүен, баҡсала ярҙам итеүен һәм ағаһы менән балыҡ тоторға йөрөгәнен ҡабат-өабат һөйләй. Өләсәһенең һәм олатаһының иҫке йортон ғаилә һаҡлап ҡалған һәм ғаилә музейына әйләндергән.

Алһыу Башҡортостанды үҙенең икенсе тыуған иле тип иҫәпләүен күп тапҡырҙар һыҙыҡ өҫтөнә алды. 2024 йылда Ул Өфөлә республиканың баш ҡалаһының 450 йыллығына арналған «Евразия Йөрәге» фестивалендә сығыш яһай, ә 2019 йылда Башҡортостандың халыҡ артисы исеменә лайыҡ булған.

Фото: Алһыуҙың шәхси авхивынан

Алһыу тыуған ауылын көс алыу урыны тип атай
Алһыу тыуған ауылын көс алыу урыны тип атай
Автор:
Читайте нас