

Схема таныш, ләкин бик хәүефле:
- мессенджерҙа «тиҙ табыш» тигән рекламаға ышанған;
- «инвестиция эксперты» уға криптовалютаға аҡса һалырға кәңәш иткән;
- уның күрһәтмәһе буйынса «трейдинг» ҡушымтаһын ҡуйған
Һөҙөмтәлә ҡатын бөтә аҡсаһын юғалтҡан, өҫтәүенә 2 млн һәм 1,8 млн һум кредит алған. Артабан уға хатта 2,25 млн һумды ҡулдан курьер аша тапшырырға ла ҡушҡандар 
Һуңынан мутлашыусылар ҡатынды берҙән-бер фатирын һатырға ла күндергән. Фатир 2,5 млн һумға һатылған, аҡса шунда уҡ енәйәтселәр иҫәбенә киткән 
Йомғаҡ: яҡынса 7 млн һум бурыс, фатир ҙа, аҡса ла юҡ. Эш буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған
Һаҡ булығыҙ!
Ниндәйҙер таныш булмаған кешеләр һорауы буйынса бер ҡайҙа ла аҡса күсермәгеҙ һәм яҡындарығыҙҙы ла иҫкәртегеҙ.