

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар батырлыҡ күрһәтә һәм ауыр, тормош өсөн ҡурҡыныс тыуҙырған эште башҡаралар, шуға күрә Рәсәйҙә уларҙы барыһын да геройҙар, тип атайҙар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яугирҙәрҙең хеҙмәттә яраланыуҙары hәм имгәнеүҙәре мөмкин. Һәм был ауыр, аяуһыҙ ысынбарлыҡ менән хәрбиҙәр һәм уларҙың яҡындары осраша.
Фаил Фәнүз улы Ғиззәтуллин 1984 йылдың 28 октябрендә Миякә районының Сәфәр ауылында тыуған. Тәүҙә ул туған ауылында уҡый, унан һуң Мәләүез ҡалаһына китә. 39-сы hөнәрселек р училищеһында белем ала, дөйөм төҙөлөш эштәре мастеры була. Имтихандарҙы ваҡытынан алда тапшырып, диплом алғас, 2004 йылда армияға китә. Алты айҙан һуң РФ Ҡораллы Көстәрендә хәрби хеҙмәт үтеүгә, контракт төҙөй һәм өс йыл Краснодар крайында хеҙмәт итә. Ул ваҡытта Чечен һуғышы барған була. Фаил Ғиззәтуллин Төньяҡ Кавказдағы ҡораллы конфликтта ҡатнаша. Тыуған яғына ҡайтҡас, Өфөләге заводҡа иретеп йәбештереүсе булып эшкә урынлаша. Ике йылдан Абхазияағы ҡораллы конфликтта ҡатнашыу өсөн яңынан контракт төҙөй. Өйрәнеүҙәр уҙһа ла, унда ҡатнашырға тура килмәй, сөнки тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуйыла. Һамарға ҡайтҡас, контрактты өҙә һәм тыуған яҡтарына ҡайта. Беҙҙең хәрбигә тыныс тормош менән оҙаҡ йәшәргә тура килмәй.
— МХО башланғас, мобилизация буйынса повестканы 2022 йылда уҡ ауылға прописка буйынса ебәргәндәр. Минең менән бәйләнеш булмау сәбәпле, мин уны алманым. Өс айҙан һуң, повестка тураһында белгәс, хәрби комиссариатҡа барҙым, әммә йыйыу тамамланды, тинеләр. Шунан Бишбүләк районының Боголюбовка ауылында ауыл хужалығына эшкә урынлаштым. Ләкин күңел тыныс түгел ине. Украинаға барырға теләнем, унда минең хәрби иптәштәрем ҡатнаша ине инде. Был уй миңә тынғылыҡ бирмәне. Минең ата-бабаларым да хәрби кешеләр булған бит. Олатайым Ғөбәйҙулла Минеғәли Шайморатовтың 112-се кавалерия дивизияһында ҡатнашҡан. Һуғыштан яраланып, бер аяғын юғалтып ҡайтҡан. Был патриотлык хистәре мине МХО зонаһына сираттағы контрактҡа ҡул ҡуйыу өсөн военкоматҡа килтерҙе. Ата-әсәйем ҡаршы булманы. Унда оҙаҡ учебкала булманым, сөнки мин тәжрибәле хәрби инем. Шунда уҡ тиерлек алғы һыҙыҡҡа минометсы итеп ебәрҙеләр. Миңә ҡайҙа ғына барырға, һуғышырға тура килмәне. Ауыр хәлдәрҙә һәр ваҡыт хәрби дуҫтарҙың йыл мөнәсәбәте ҡотҡарҙы. 2023 йылдың апреленән 2025 йылдың авгусына ҡәҙәр һалдат тормошоноң барлыҡ ауырлыҡтарын күрҙем, — тип һөйләй МХО ветераны.
26-сы августа һалдаттар ротация үткәреү, ял итеү һәм запастарҙы тулыландырыу өсөн алғы позициянан үҙ частәренә ҡайтҡанда дошман дрондары hөжүменә эләгәләр. Һалдаттар урманға йүгерәләр, Фаил Фәнүз улы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, минаға баҫа һәм шартлау ваҡытында уның аяғы яралана. Һалдатҡа беренсе медицина ярҙамы күрһәтәләр һәм иптәштәре арбаға ултыртып алып сығалар. Яралыны машина госпиталгә илткәнсе, биш сәғәт самаһы ваҡыт үтә. Яраланыуына, күп ҡан юғалтыуына ҡарамаҫтан, ул аңында ҡала. Yҙе өсөн түгел, иптәштәре өсөн борсола. Профессиональ медицина ярҙамы күрһәткәндән һуң, уны Луганскиға ебәрәләр, унан вертолетта — Ростовҡа. Ашығыс операциянан һуң, ғәҙәти дауаханаға күсерәләр. Ул унда ай ярым ята. Артабан реабилитация, протезлау үтә hәм әкренләп йөрөргә өйрәнә. Ҡайҙа ғына булһа ла, бөтә ерҙә медперсонал тарафынан иғтибар, яҡшы мөнәсәбәт тоя. Ҡарау hәм дауалау яҡшы була, бының өсөн ул барлык табиптарға, госпиталь хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтле.
19 ноябрҙә яугир тыуған йортона ҡайтып етә. Дим ауылында йорт һатып ала. Yҙ көнкүрешен яйға һала башлай. Был йәһәттән ата-әсәләре ҙур ярҙам күрһәтә. Шулай итеп, ул Бишбүләк районында йәшәй башлай. Военкоматта «Ватанды һаҡлаусылар» фондының эшләүен белә. Унда улар атаһы менән баралар, ул улын һәр ерҙә оҙатып йөрөй.
— Беҙҙе асыҡ йөҙлө, киң күңелле hәм ярҙамсыл социаль координатор Гүзәл Әхмәт ҡыҙы Хисаметдинова ҡаршы алды. Ул мине борсоған һорауҙар менән ҡыҙыҡһынды. Бигерәк тә мине протез менән ҡуллана, яралы аяғыма баҫа алмауым борсой ине. Гүзәл Әхмәт ҡыҙы мине Өфөгә госпиталгә илтеп ҡуйҙы, hәр ерҙә үҙ улы кеүек оҙатып йөрөнө, hәм минең аяғыма яңынан операция яһанылар. Башҡа проблемалар менән дә ул hәр ваҡыт ҡыҙыҡһына hәм ярҙам итә. Уға бик ҙур рәхмәт, — ти ветеран.
Фаил Ғиззәтуллин үҙенең хәрби иптәштәрен гел иҫкә ала. Уларға һаулыҡ, рух ныҡлығы, сабырлыҡ hәм тиҙерәк Еңеү теләй. Ә үҫеп килеүсе быуындың ҡыйыу, көслө булып үҫеүен һәм үҙ Ватанын ҡайнар яратыуын теләй.
Ата-әсәләре, Фәнүз Ғөбәйҙулла улы heм Зөлфиә Мөхәрләм ҡыҙы Ғиззәтуллиндар үҙҙәренең герой улдары менән ғорурлана. Ҡыҙҡанысҡа ҡаршы, атаһы бер ай элек вафат булған. Яҡты, матур йортта ветеранды кәләше Ләйсән йылмайып ҡаршы ала. Улар күптән бергә булһалар ҙа, был ваҡытҡа ҡәҙәр уларҙы һуғыш айырған була. Йәштәр тиҙҙән өйләнешергә ниәтләйҙәр. Киләсәактә йорттары балалар тауышы менән тулыр, тип өмөтләнәбеҙ. Ветеранға ныҡлы һаулыҡ, тыныс тормошта бәхет, ышаныслы ғаилә тылы hәм барлыҡ пландарының бойомға ашыуын теләйбеҙ. Һеҙҙең батырлығығыҙ өсөн ихлас рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!
Зoлфидe МУЛЛАҒӘЛИЕВА.
Автор фотоһы.