Дим буйҙары
+24 °С
Облачно
Общие статьи
12 Августа , 02:42

Йыл башынан “НЕФАЗ” 785 пассажир автобусы етештергән

Предприятие эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре иҫәбендә – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү.

Йыл башынан “НЕФАЗ” 785 пассажир автобусы етештергәнЙыл башынан “НЕФАЗ” 785 пассажир автобусы етештергән
Йыл башынан “НЕФАЗ” 785 пассажир автобусы етештергән

2026 йылдың тәүге ярты йыллығында Башҡортостанда 785 “НЕФАЗ” пассажир автобусы етештерелгән, был уҙған йылдың ошо уҡ осоро күрһәткестәренән 51 процентҡа күберәк. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә “НЕФАЗ” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең (“КАМАЗ” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең иң ҙур бүлендек предприятиеһы) Генераль директоры Борис Хазиев хәбәр итте.

Предприятие бөтә линейка буйынса етештереү күләмен арттыра. 2026 йылдың ғинуар-июнендә Нефтекама заводы майҙансығында “КАМАЗ” шассиһында 1,9 мең махсус өҫтәмә ҡоролма, 262 берәмек тағылма техника, 198 йөк автомобиле һәм 112 электробус етештерелгән. Дөйөм алғанда, предприятиела тәүге ярты йыллыҡта бөтәһе 15,3 миллиард һумлыҡ продукция сығарылған, был 2025 йыл кимәленән 36 процентҡа күберәк.

Борис Хазиев, предприятие әүҙем инвестиция эшмәкәрлеген дауам итә, тип өҫтәне. 2026 йылдың алты айында инвестпортфель 177 миллион һумға еткән.

Нефтекама заводы майҙансығында 5,2 мең кеше эшләй. Кадрҙар әҙерләү завод эшенең мөһим йүнәлеше булып ҡала. Был өлөштә “НЕФАЗ” “Персоналды үҫтереү” программаһын тормошҡа ашыра. Уҡытыуҙы үҙ уҡыу үҙәге, шулай уҡ Нефтекама машиналар эшләү колледжы базаһында үткәрәләр. 180-дән ашыу хеҙмәткәр йәштәр өсөн остаз булып тора һәм был эш өсөн өҫтәмә аҡса ала.

Бынан тыш, 2026 йылдан предприятие “Профессионалитет” программаһында ҡатнаша. Алдағы өс йылда Нефтекама машиналар эшләү колледжы һәм Нефтекама күп профилле колледжы менән берлектә белгестәр әҙерләүгә 450 маҡсатлы килешеү төҙөргә планлаштыралар.

Борис Хазиев билдәләүенсә, предприятие эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре иҫәбендә – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү. Мәҫәлән, МХО-ға киткән хеҙмәткәрҙәргә айына 50-шәр мең һум түләнә. Заводта шулай уҡ “Үҙебеҙҙекеләр өсөн” штабы эшләй, унда маскировка селтәрҙәре үрәләр, шәмдәр эшләйҙәр, яугирҙәр өсөн әйберҙәр йыялар.

Башҡортостан Башлығы завод коллективына намыҫлы хеҙмәте өсөн рәхмәт әйтте һәм артабан да производствола уңыштар теләне.

– “НЕФАЗ” – автобустар һәм электробустар етештереү буйынса иң юғары технологиялы предприятиеларҙың береһе. Республика артабан да ҡалаларыбыҙ өсөн яңы пассажир транспортын һатып аласаҡ.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.  

Йыл башынан “НЕФАЗ” 785 пассажир автобусы етештергән
Йыл башынан “НЕФАЗ” 785 пассажир автобусы етештергән
Автор:
Читайте нас