Дим буйҙары
+11 °С
Дождь
Общие статьи
15 Августа , 15:52

Радий Хәбиров Күмертауҙа резервуар йыһаздары заводында булды

15 августа Күмертауҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «ОЙЛТИММАШ» заводының («ОЙЛТИМ» холдинғына инә) етештереү майҙансығында булды. Төбәк етәксеһе нефть-газ тармағы өсөн ҡоролмалар әҙерләү технологияһы, шулай уҡ предприятие продукцияһы өлнгөләре  менән танышты.

Радий Хәбиров Күмертауҙа резервуар йыһаздары заводында булдыРадий Хәбиров Күмертауҙа резервуар йыһаздары заводында булды
Радий Хәбиров Күмертауҙа резервуар йыһаздары заводында булды

Был предприятие «Роснефть», «Газпром» һәм яғыулыҡ-энергетика комплексының башка компаниялары өсөн цистерналар, резервуарҙар сығара. Ул скважиналарҙы тикшереү һәм үҙләштереү өсөн нефть, газ һәм газ конденсаты әҙерләү буйынса мобиль ҡоролмалар етештереүҙә ҡатнаша. Хеҙмәт коллективының һаны - 400-ҙән ашыу кеше.

«ОЙЛТИМ» компанияһы генеральный директоры Владимир Лавров Күмертауҙа етештереү ҡеүәтенең үҫеше тураһында һөйләне. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, предприятиены модернизациялауҙың беренсе этабын 2022 йылдың майында «Инвесәгать»тә хупланылар. Инициативаны республика ярҙамы менән тормошҡа ашырҙылар. Завод үҫешенә барлығы 2,3 млрд һум инвестицияләнған


Тулырак: https://glavarb.ru

Радий Хәбиров Күмертауҙа резервуар йыһаздары заводында булды
Радий Хәбиров Күмертауҙа резервуар йыһаздары заводында булды
Автор:
Читайте нас